Инйәр
+2 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
19 Марта 2021, 10:36

Үҙебеҙсә Яңы йыл

Борон йыл яҙ башланған. Кешеләр Яңы йылды яҙғыһын, 21 мартта ҡаршылаған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Уны халыҡта буранай тип йөрөткәндәр. Шулай итеп Наурыз мосолман халҡының иң изге байрамдарының береһе. Ул — яҙғыһын көн менән төн тигеҙләшкән мәлдә уҙғарыла. Бына шунан һуң көн оҙоная башлай.
Науруз фарсы теленән “яңы көн” тигәнде аңлата. Халыҡ ҡышҡы һыуыҡтан имен-һау ҡотолоп, йәйләүгә сығыуына шатланып, тантана иткән. Был көндө бай табын менән, таҙалыҡта һәм татыу­лыҡта ҡаршылау зарур. Ә иң аҡыллы, зирәк, уңған ҡыҙҙарҙы Наурызбикә итеп һайлағандар. Бәләкәй балалар өйҙән-өйгә йөрөп, хужаларға таҡмаҡтар әйткән, байрам менән ҡотлаған. Хәҙерге ваҡытта Науруз ҡышты оҙатыу, яҙҙы ҡаршылау йолаһы булып ҡалған.
Наурыз электән иран һәм төрки телле халыҡтарҙа нығыраҡ танылыу алған. Урта һәм Үҙәк Азияла, Кавказда, Төркиәлә һәм Балҡанда уға сағыштырмаса етди ҡарайҙар.
Наурыздың килеп сығыу тарихын Джамшид исемле батша менән бәйләйҙәр. Легенда буйынса ошо көндө уға ҡояш нурҙары төшә. Бөйөк Әбүғәлисина (Авеста) өйрәтеүе нигеҙендә, кешеләр “алты төрҙә” ( һауа, һыу, ер, үҫемлектәр, хайуандар һәм кеше) яралған ерҙәге ғүмерҙе һәр яҙ һайын ҙурларға тейеш.
Байрам алдынан кешеләр йорттарында, ихаталарында, баҡсаларында таҙалыҡ, тәртип урынлаштыра, бурыстары ҡалһа — түләй. Табынға бойҙай, арпа, тары һәм башҡа бөртөклөләрҙән бешерелгән түңәрәк күмәстәр бирелгән. Ә иң төп ризыҡ — ике аҙна элек шыттырырға ҡуйылған бойҙайҙан әҙерләнгән сүмәләк булған.
Башҡортостанда байрамды йышыраҡ Урта Азия һәм Кавказ диаспораһы вәкилдәре сағыу итеп билдәләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, башҡорттар араһында Наурыз ҙур кимәлдә уҙғарылмай. Үҙебеҙсә Яңы йыл бит, бәлки иғтибарға алырға кәрәктер? Бөгөн ул тик белем һәм тәрбиә биреү учреждениеларында, мәҙәни үҙәктәрҙә һәм милли-мәҙәни ойошмаларҙа ғына эш планына ярашлы ойошторола.
Районыбыҙҙа ла Наурыз байрамын популярлаштырыу маҡсатынан йыл һайын мәҙәни сараларҙың үткәрелеп тороуы әлбиттә шатландыра һәм киләсәктә уға ҡараш үҙгәрер һәм урындағы башҡорт-татарҙар уны оло байрам итеп һанай башлар тигән өмөт бирә.
Дилара Бәҙретдинова.
Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас