Инйәр
+18 °С
Ясно
Төрлөһөнән...
19 Марта 2021, 10:19

Бында ысын дуҫлыҡ сыныға...

Һыу аҫты кәмәләрендә хеҙмәт итеүселәр көнөнөң үҙ тарихы бар.

Ул 1906 йылдың 6 мартына бәйле. Календарь көндәрен күсереү арҡаһында был дата бөгөн 19 мартта билдәләнә. Байтаҡ йылдар элек император Николай II һыу аҫты кәмәләрен айырым хәрби караптар класына индереү тураһында указ сығара. Шул ваҡыттан алып был өлкә әүҙем өйрәнелә башлай. Һыу аҫты кәмәләрендә хеҙмәт итеүселәрҙе күтәреү маҡсатынан уларҙың һөнәри байрамдары барлыҡҡа килә.
СССР заманында хәрби ғәскәрҙәрҙең тармаҡтары айырым һөнәри байрам итеп билдәләнмәй ине. Һыу аҫты кәмәләрендә хеҙмәт итеүселәрҙе лә бары тик яңы Рәсәйҙә иҫкә төшөрҙөләр. Ул да булһа ВМФ–тың главкомы Феликс Громовтың хәстәрлеге арҡаһында.
Байрам йолалары.
Һөнәри байрамдары булыуға ҡарамаҫтан, моряктарға ял бирелмәй. ВМФ частарында һәм һыу аҫты кәмәләре экипаждары араһында тантаналы митинг, построениелар була. Унда алдынғы хәрбиҙәргә наградалар тапшырыла, ветерандар саҡырыла. Шуныһы ҡыҙыҡ, “ғәйепле” хәрбиҙәр байрам хөрмәтенә ғәфү ителә.
Санкт-Петербург ҡалаһында Сестрорецктың Петровск ярында ла (төнъяҡ башҡаланың юлдаш-ҡалаһы) байрам сараһы уҙғарыла. Бында һәләк булғандар иҫтәлегенә мемориаль сиркәү манараһы бар. Калининградта ла моряктарға һәйкәл ҡуйылған. Бында йыл һайын Балфлот моряктарының Союзы ағзалары килеп тере сәскәләр һала. Ҡалала “Хәрби-диңгеҙ академияһы”, “Донъяуи океан” музейы эшмәкәрлек итә. Һуңғыһында ысын “Б-413” һыу аҫты кәмәһенең эсенә инеп ҡарау мөмкинлеге бар. Мурманскийҙа ла ҡыйыу йөрәклле хәрбиҙәр хөрмәт менән иҫкә алына. Халыҡ “Курск” һыу аҫты кәмәһенең һәйкәле янына йыйыла.
Тымыҡ океан флоты байрамды Вилючинск ҡалаһының (Камчаткала) үҙәк майҙанда уҙғара. Шулай итеп Рәсәйҙең һәр бер ҡалаһында һыу аҫты кәмәләрендә хеҙмәт итеүселәр көнө үҙенсәлекле билдәләнә.
Башҡортостан, диңгеҙҙәрҙән алыҫ урынлашһа ла, хәрби флоттың бик күп офицеры, мичманы, ветеранының төйәге.
Һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт иткән моряктарҙың фекеренсә, ысын дуҫлыҡ, ҡәрҙәшлек бындай ғәскәрҙәрҙә нығыраҡ сағыла һәм сыныға. Моряктар берҙәмлеге ғүмер буйы дауам итә.
Һыу аҫты кәмәһе морягы булыр өсөн нимә эшләргә кәрәк?
Һыу аҫты кәмәһендә һуңғы йылдарҙа йышыраҡ контракт төҙөгән моряктар ғына хеҙмәт итә. Әгәр ҙә йәш кешеләрҙең субмаринға эләккеһе килә икән, тәүҙә контракт төҙөргә кәрәк буласаҡ.
Бында бер түгел, ә ике йыл хеҙмәт итәләр. Уның ҡарауы юғары эш хаҡы түләнәсәк. Ҡатын-ҡыҙҙар бында алынмай.
Армиянан ҡайтҡандан һуң, һыу аҫты кәмәһе морягы булғығыҙ килһә, йәшәгән ерегеҙҙәге военкоматта ғариза ҡалдырығыҙ йәки хәрби часҡа барып, командир менән шәхсән осрашыуға яҙылығыҙ. Өсөнсө юл — Балтик, Тымыҡ океан, Ҡара диңгеҙ, Төнъяҡ флоттарының кадрҙар бүлегенә шылтыратып үҙегеҙҙең теләгегеҙ тураһында әйтегеҙ.
Хәрби оборона министрлығының юғары уҡыу йортонда белем алһағыҙ — был иң тура юл буласаҡ, сөнки махсус һөнәри белемле хеҙмәткәрҙәр һәр ерҙә лә кәрәк.
Дилара Бәҙретдинова.
Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас