Инйәр
+17 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
19 Марта 2021, 10:12
“Беҙҙең ҡәҙерлеләребеҙ”
Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы алдынан Липовка ауыл биләмәһендә “Беҙҙең ҡәҙерлеләребеҙ” тип аталған матур сара ойошторолдо.
Ауыл хакимиәте башлығы Илдар Әбдрәфиҡов залдағы гүзәл заттарҙы, оло йәштәге инәйҙәрҙе күркәм байрам уңайынан ысын күңелдән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе.
Кисәне балалар вокал ансамбле “Әсәйем” тигән йыр менән асып ебәрҙе. Артабан башҡортса сағыу флешмоб тәҡдим ителде. Һәүәҫкәр йырсыларыбыҙ Лилиә Булатова һәм Венера Ҡотлогилдина башҡарған йырҙар тамашасыларҙың күңеленә хуш килде.
“Ҡайнауыҡ” фольклор төркөмөнөң (етәксеһе Вәсилә Камалетдинова) таҡмаҡ әйтеп бейеүҙәре һәм “Йәдкәр” төркөмөнөң (Венера Мөслимова) сәхнәләштерелгән “Аулаҡ өй” тамашаһы концерттың йөҙөк ҡашы булды.
Фәрит Байғузиндың гармун моңдары байрамға йәм өҫтәһә, Зәйтүнә Ямансарова менән Рәлиә Ҡушағоловаларҙың әсәйҙәргә бағышланған шиғырҙары күңелдәрҙе иретте.
Байрам артабан сәй табыны артында дауам итте. Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ, балалар был көндө күңелле һәм файҙалы үткәрҙе. Концертты ойоштороуҙа китапханасы Гөлфинә Блинова ҙур ярҙам күрһәтте.
Гөлнара Мырҙагилдина,
Благовещенка ауылы мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"