Инйәр
+19 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
15 Марта 2021, 06:43

Һөйөп һәм һөйөлөп йәшәү

Һөйөп һәм һөйөлөп йәшәү егет менән ҡыҙ, ҡатын менән ир араһында ғына түгел, ә ғөмүмән бер кеше менән икенсе кеше араһында ла булырға тейеш.

Шул саҡта улар араһында дуҫлыҡ, татыулыҡ, йылылыҡ тойғолары хасил буласаҡ. Ә дошманлыҡ, яуызлыҡ ҡылыу — донъяла иң насар ғәҙәт. Уны Аллаһы Тәғәлә ҡабул итмәй.
Бына бер әхлаҡи темаға риүәйәт.
Уҡытыусы:
— Ни сәбәпле асыуланышҡанда ике кеше бер-береһенә ҡысҡыра башлай? — тип һорай. Бер уҡыусы:
—Сөнки күңел тыныслығын юғалталар, — тип яуап бирә. Уҡытыусы:
—Ә ниңә һуң ҡысҡырырға? Улар бит бер-береһенән йыраҡ түгел? Аралар алыҫ саҡта ғына ҡысҡырып өндәшәләр.
Балалар шулай итеп төрлө яуап бирһәләр ҙә, уҡытыусыны ҡәнәғәтләндермәйҙәр. Аҙаҡ ул үҙе аптырап китә:
—Кешеләр бер-береһенә асыуланғас, аралары күңелдәре йырағая. Асыуҙары күбәйгән һайын, ҡысҡырыуҙары ла арта. Әгәр ҙә кешеләр бер-береһен һөйһә, яратһа, улар ҡысҡырмай, күңелдәре яҡынлыҡтан әкрен тауыш менән өндәшәләр. Һөйөүҙәре артҡан һайын, уларҙың аралашыуы тыныс ҡына һөйләшеү дәрәжәһенә күсә. Мөхәббәттәре иң ҙур нөктәгә етеп, ике йөрәк бер бөтөнгә әйләнә, улар хатта күҙ ҡараштарынан аңлаша башлай.
—Дуҫтар, һөйөү һәм мөхәббәт хистәре бик мөҡәддәс көс. Берәйһенә ҡарата күңелеңдә йылы тойғолар һаҡлау әҙәм балаһын хайуандан айыра торған бер сифат. Сөнки хайуандарҙа яратыу хисе юҡ, ул тәбиғи һиҙемләү генә. Кешеләр араһында күркәм әхлаҡҡа эйә булғандар ғына һөйөүсе һәм һөйөлөүсе була ала. Ә насар холоҡлолар һөйә, хөрмәт итә белмәй һәм үҙҙәре лә башҡалар тарафынан һөйөлмәй.
Ысын мосолман кешеһе ата-әсәһен, ҡатынын, ирен, балаларын, туғандарын, дуҫтарын яратырға, хөрмәт итергә тейеш. Бигерәк тә Аллаһы Тәғәләнең һөйөклө ҡоло булырға ынтылырға бурыслы. Сөнки Аллаһ тарафынан яратылған кеше үҙе лә бөтөн яҡлап һөйөклө, һөйкөмлө кеше буласаҡ.
Роза Ғәббәсова,
Тәүәкәс ауылы.
Читайте нас