Инйәр
+14 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
15 Марта 2021, 06:35
Эштәр һәр яҡлап бара
Оҙондар ауыл биләмәһендә март айы тынғыһыҙ эштәр менән башланды.
Добавить в предпочтительные источники Google
Иң беренсе нәүбәттә, яҙғы ташҡынға ҡаршы сараларҙы ойоштороу, авария-ҡотҡарыу комиссияһын булдырыу, халыҡ араһында аңлатыу эштәрен алып барыу кеүек етди саралар үткәрелде. Урамдарҙы яҡтыртыу ҡорамалдары менән тәьмин итеү, энергия һаҡлаусы лампалар ҡуйыу мәсьәләһе һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә ҡала. Бөгөн Оҙондар ауылында ябай лампалар алмаштырыла башланы ла инде.
Тағы бер яҡшы хәбәр — “Ростелеком” беҙҙә теләгән һәр кешегә интернет, телевидение һәм видеокүҙәтеү үткәрә башланы.
Әлеге мәлдә биләмәгә ҡараған ауылдарҙа район ветеринария станцияһы хеҙмәткәрҙәре эре мөгөҙлө йорт хайуандарына ихата һайын йөрөп прививкалар эшләй. Шулай уҡ хужаһыҙ йәки бәйһеҙ йөрөгән эттәрҙе тотоу буйынса ла саралар ойошторола. Улар айырыуса Айытмәмбәт һәм Оҙондарҙа ишәйеп китте.
Һуңғы арала яуым-төшөмдөң күбәйеүе сәбәпле, урам араларындағы һәм оло юлдар тиҙ арала ҡарға күмелә. Уларҙы ваҡытында таҙартып торорға тырышабыҙ.
Рөстәм Мөхәмәтдинов.
Оҙондар ауылы хакимиәте башлығы.
Читайте нас
MAX
telegram
вк
ок
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"