Инйәр
+15 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
15 Марта 2021, 06:19
“Бәпескә исем ҡушыу” йолаһы
Сабый донъяға килеү менән уға ата-әсә исем ҡушып, тыуыу тураһында таныҡлыҡ ала.
Балаға исем ҡушыу — яуаплы эш. Кеше тыуғас та, алған исемен ғүмер буйына йөрөтә. Шуға күрә ата-әсә был мәсьәләгә бик етди ҡарай.
Исем ҡушыу йолаһына хәстәрлек алдан уҡ башлана. Туған-тыумаса, күрше-күлән, мулла саҡырыла. Байрам хөрмәтенә мул аш-һыу, бүләк әҙерләнә. Баланы мулла алдында ҡибла (көньяҡ) яғына ҡаратып һалалар. Мулла аҙан уҡып, баланың ҡолағына өс тапҡыр: “Һинең исемең фәлән-фәлән булыр,” тип әйтә. Әсә кеше кендек әбейенә, үҙенең әсәһенә, ҡәйнәһенә бүләктәр тарата. Килгән ҡунаҡтар теләктәр әйтеп, күстәнәстәр тапшыра.
“Әкиәт” балалар баҡсаһының “Аҡбуҙат” төркөмөндә тәрбиәселәр Айгөл Хәсәнова һәм Әнисә Ниғәмова кескәйҙәр менән “Бәпескә исем ҡушыу” йолаһын ойошторҙо. Тәрбиәселәр Ә.Ф.Ниғәмова — өләсәй, ә А.К.Хәсәнова — кендек инәһе, Г.Ҡ.Ғиззәтуллина — мулла, балалар баҡсаһының шәфҡәт туташы Т.Ф.Фәйзуллина — әсәй һәм тәрбиәсе ярҙамсыһы Г.У.Шәрәфетдинова атай ролен оҫта башҡарҙы. Кескәйҙәр тамашаны ихлас ҡараны, үҙҙәре лә әүҙем ҡатнашты. Яңы тыуған бәпескә Әҡлимә тип исем бирелде.
Байрам йыр-бейеүҙәр менән оҙатылды. Хәзиәхмәтова Айгөл матур итеп (5 йәш) “Бишек йырын” башҡарҙы. Бәләкәй ҡыҙҙар башҡорт халыҡ бейеүен тәҡдим ите. Сара һуңында барыһы ла сәй табынына йыйылды.
Айгөл Хәсәнова,
“Әкиәт” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"