Ул үҙендә быуындан-быуынға ҡәҙерләп һаҡланып, тапшырылып килгән халыҡ традицияларын туплаған. Ҡышты оҙатыуға һәм Яҙһылыуҙы ҡаршы алыуға бағышланған әйлән-бәйләндәр, дәртле йырҙар, бейеүҙәр, шаян һәм сая уйындар, ҡоймаҡлы табындар аҙна буйына дауам итә.
Боронғо Рәсәйҙә йыл миҙгелдәренең алмашыныуын байрам итеү һәр саҡ хупланған. Ҡыш кешеләр өсөн ауыр, һыуыҡ, ҡараңғы мәл булғанға күрә, яҙҙың етеүенә барыһы ла шатланған. Яҙ йылы, ҡояшлы, уңышлы килһен өсөн уны “майлаған”дар.
Рус халҡы ҡояшты ныҡ ололаған. Юҡҡа ғына байрамда ҡояшҡа оҡшаған ҡоймаҡтар ҡойолмаған, күмәстәр бешерелмәгән. Ошо ризыҡтарҙан ауыҙ иткән һәр кем ҡояш йылыһын, нурын ала, ә ҡоймаҡ бешереү ҡояшты ылыҡтыра, байлыҡ, уңыш килтерә тип һаналған. Иң мөһиме — Масленица байрамында ҡоймаҡтарҙы мөмкин тиклем күберәк ашарға кәрәк булған.
Үткән ял көндәрендә районыбыҙҙа ике көн дауамында шаулап-гөрләп “Ҡышты оҙатыу” йәки “Масленица” байрамдары үтте. Шәмбе район хакимиәте йорто алдындағы үҙәк майҙанда уҙғарылһа, йәкшәмбе — Аҫҡын ауылында “Башҡортостан легендалары. Архангел районы” фестивале ойошторолдо.
“Масленица” славян халыҡтарының байрамы булһа ла, күптән инде ҡышты оҙатыу һәм яҙҙы ҡаршылау байрамы булараҡ, төрлө милләт халыҡтарын үҙенә йәлеп итә. Был юлы ла сараға килеүселәр һәм табын ҡуйып ҡунаҡтарҙы һыйлаусылар бихисап ине. Иртән район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре сағыу милли костюмдарҙа йырҙар башҡарып, таҡмаҡтар әйтеп урамдар буйлап йөрөп, халыҡты күркәм ваҡиға менән ҡотланы. Артабан барыһы ла билдәләнгән урынға йыйылғас, “Масленица, тантана ит!” тип аталған театрлаштырылған тамаша башланды.
Байрамда төрлө уйындар, конкурстар уҙғарылды. Сараны мәҙәниәт йорто артистары үҙ сығыштары менән биҙәне. Балалар ҙа, ололар ҙа Масленица ҡарасҡыһы тирәләй дәртле көйгә бейене, изге теләктәрен теләне. Ҡайнар самауыр сәйе байрам кәйефен күтәрҙе. Өҫтәлдәрҙәге төп һый — байрамдың төп атрибуты — ҡоймаҡтың ниндәй генә төрө юҡ ине!
Байрамдың һуңында ҡарасҡы яндырылды.
Аҫҡын ауылы бөтә республикаға һәм Рәсәйҙә Аҫҡын боҙ мәмерйәһе менән билдәле. Элек бөтөп барһа ла, хәҙер ул яңы һулыш алып, ял итеү үҙәгенә әйләнде. Матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан төбәк — бөгөн туристарҙың һәм ғаилә ялын һөйөүселәрҙең иң яратҡан урыны.
Архангел районында йәшәгән төрлө милләт вәкилдәренең, төп халҡының традицияларын һәм кәсептәрен һаҡлау, балалар, ғаилә менән ял итеү, туризм йүнәлешен үҫтереү йәһәтенән ойошторолдо ла инде күркәм сара.
Район хакимиәте башлығы Айрат Сәйетғәлин архангелдәрҙе, килгән ҡунаҡтарҙы “Масленица” менән тәбрикләне һәм күңелле ялдар теләп, байрамды асыҡ тип иғлан итте. Аҫҡын буйҙары бер нисә минуттан шат тауыштарға, дәртле йыр-моңдарға күмелде.
“Масленица” байрамына яҡын тирәләге ауылдарҙан ғына түгел, күрше райондарҙан һәм ҡалаларҙан, хатта төбәктәрҙән дә халыҡ күпләп йыйылды. Ял итеүселәр өсөн бар уңайлыҡтар ҙа булдырылды. Улар тамаша ҡарауҙан тыш аттарға егелгән саналарҙа йөрөнө, һырғалаҡтарҙан шыуҙы, Аҫҡын шишмәһенең шифалы һыуынан ауыҙ итте, шулай уҡ Бөрө уҡсыларының хәрби оҫталығын ҡараны, байрамдың символы — һаламдан яһалған Масленица ҡарасҡаһы тирәләй әйлән-бәйләндә өйрөлдө, халыҡ оҫталарының ҡул эштәре менән танышты, оҡшағанын һатып та алды.
Саф урман һауаһы, мәғрүр тауҙар, ғозур тәбиғәт, уйын-көлкө — барыһы ла еңелсә башты әйләндерҙе. Һәр ерҙә яҙғы байрам тантана итә. Ә тәмле ҡоймаҡ, бәлеш, ҡыҙҙырылған ит еҫтәре мул ризыҡлы табынға әйҙәй. Сара һуңында Масленица усаҡта яндырылды.
Һау бул, ҡыш, төклө аяғың менән, яҙ!