Инйәр
+8 °С
Ясно
Төрлөһөнән...
15 Марта 2021, 06:28
“Ғаилә ялы” — Валентиновкала
“Ғаилә” район-ара үҙәге хеҙмәткәрҙәре Валентиновка мәктәбе менән берлектә “Берҙәм булғанда еңелмәҫбеҙ” тип аталған ғаилә ялын ойошторҙо.
Сара урындағы “Хәрби дан” музейында башланды. “Ғаилә” район-ара үҙәгенең райондағы бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Елена Швейкина балаларға һәм ата-әсәләргә башҡарылған эштәр, уҙғарылып торған файҙалы һәм ҙур әһәмиәтле саралар, үҙәктең “Инстаграм” һәм “Бәйләнештә” социаль селтәрҙәрендә шәхси биттәре, ышаныс телефондарының тәғәйенләнеше, шулай уҡ психолог эшмәкәрлеге тураһында һөйләне, һорауҙарға яуап бирҙе.
Артабан “Мин — илһөйәр” исемле квест-уйын тәҡдим ителде. Олоһо ла, кесеһе лә бында ҙур әүҙемлек күрһәтте. “Ғаилә ялы”нда Валентиновка ауылынан сыҡҡан Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, Советтар Союзы геройҙары, ауылдың һәм мәктәптең данлы тарихы, пионерҙар һәм комсомолдар тураһында мәғлүмәттәр бирелде.
Киләһе өлөштә саф һауала бәйге үткәрелде. Унда буласаҡ ил һаҡсыларынан торған “Дуҫлыҡ” һәм һылыу ҡыҙҙарҙың “Ҡар королевалары” командалары бер-береһенә ал бирмәй сәмле ярышта үҙ көстәрен, белемдәрен күрһәтте.
“Ғаилә ялы” еңеүселәргә бүләктәр тапшырыу һәм иҫтәлеккә фотоға төшөү менән тамамланы. Мәктәп директоры Ләйсән Юламанова “Ғаилә” үҙәге хеҙмәткәрҙәренә, башҡа барлыҡ ҡатнашыусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм бындай сараларҙың ғаилә тормошонда, ололарҙың һәм балаларҙың мөнәсәбәтен нығытыуҙа булышлыҡ итеүенә баҫым яһаны.
Елена Швейкина, “Ғаилә” район-ара үҙәгенең райондағы бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"