Инйәр
+26 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
12 Марта 2021, 11:36

Мин һәм коронавирус

Коронавирус менән былтыр яҙ һәм көҙ көнө ауырығандар сирҙең алдан әйтеп булмаҫлығы хаҡында әйтә.

Кеше ниндәйҙер мәлдә үҙен яҡшы тойһа, уның хәле тиҙ арала киҫкенләшергә мөмкин. Һеҙҙең иғтибарығыҙға бер нисә райондаштарыбыҙҙың фекерен тәҡдим итәбеҙ.
Г., Максим Горький ауылы:
—Үткән йылдың июлендә сирләп киттем. Тән температураһы 38-гә етте. Ике көн бөтә тәнем, һөйәктәрем һыҙланы, башым ауыртты, хәлем бөттө. Өсөнсө көнгә бер аҙ еңеллек тойҙом, һауығам икән тип шатландым, әммә иртәгәһенә йүтәл асылды, танау тондо, эсем, башым ныҡ итеп ауырта башланы. Артабан ҡалаҡ һөйәге аҫты сәнсеп, хәлем ҡабат ауырлашты. Йоҡо тураһында уйлау ҙа юҡ.
Табиптарға мөрәжәғәт итмәй генә, үтер әле, тип көттөм. Ләкин яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр булманы, киреһенсә, һауа етмәй башланы, аяҡ-ҡулдар, битем ойоно, аңым томаланды, тынғыһыҙлыҡ тойғоһо көсәйҙе. Ныҡ ҡурҡтым һәм “тиҙ ярҙам” саҡырттым.
Дауаханаға эләккәс, тейешле процедуралар үткәреп, ковидҡа анализ алып, “ҡыҙыл зонаға” һалдылар. Бында хәлем ап-аруҡ яҡшырҙы, төнөн йоҡлай башланым, тын алыуы ла еңеләйҙе. Бер аҙнанан өйгә ҡайттым.
Дауахананан һуң ике айға яҡын реабилитация үттем. Витаминдар ҡабул итеүҙе дауам иттем, күп итеп һыу эсеү хәҙер ғәҙәткә инде. Шулай яйлап аяҡҡа баҫтым. Хәҙер һаҡланыу сараларына бик етди ҡарайым.
А., Архангел ауылы:
—Ирем менән былтыр көҙ вирус йоҡторҙоҡ. Температура бер күтәрелде, бер төштө. Икебеҙ ҙә ныҡ ябыҡтыҡ, хәлебеҙ бөттө. Тороп һыу эсеү ҙә ауыр ине. Тамаҡҡа аш бармай, ҡоҫҡо килә, эсәктәр ауырта, йоҡлап булмай һәм, иң үҙәккә үткәне, күңел тыныслығы юғалды. Вирус бөтә организмды, бигерәк тә башты “тураҡланы” ғына. КТ-ға көс-хәл менән барып ҡайттыҡ. Иремдең ике яҡ үпкәһендә, минең һул яҡта пневмония табылды. Ковид-үҙәктә ятып сығырға тура килде. Көслө уколдар, системалар эшләнеләр. Дауаханала ятҡанда ҡоро йүтәл биҙрәтте, вирус бөйөрҙәремә, башыма ныҡ бәрҙе, шулай уҡ икебеҙҙең дә бауырҙарыбыҙ һәм ашҡаҙан аҫты биҙе ауырта башланы.
Ҡайтҡас дауаланыуыбыҙҙы дауам иттек. Тулыһынса аяҡҡа баҫыр өсөн өс ай ваҡыт үтә тиһәләр ҙә, уның шауҡымы һаман һиҙелә. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ. Сирҙе ауыр үткәргән кешеләр генә уның ҡурҡыныс булыуын аңлай.
М., Ҡыҫынды ауылы:
—Яңы йыл алдынан ғаиләбеҙ менән түшәккә яттыҡ. Башта ябай киҙеүҙер тип уйланыҡ. Дауаханаға барманыҡ. Интернет селтәренән үҙебеҙ кисергән билдәләр тураһында уҡып, ябай киҙеү түгел, ә ковид эләктереүебеҙҙе аңланыҡ. Күрһәтмә буйынса ныҡлап дауалана башланыҡ. Антибиотиктар, ҡиммәтле төрлө дарыуҙар һатып алдыҡ, һыу күпләп эстек, хатта Өфөгә барып түләүле КТ үттек.
Ауылда йәшәгәс малдарҙы ла ҡарарға, утын, һыуын да индерергә кәрәк бит. Көс-хәл менән ҡайһыбыҙҙың хәле яҡшыраҡ, шул атҡарҙы. Көн һайын саф һауаға сығырға (ултырғыста ултырҙыҡ, баҫып тороп булманы) тырыштыҡ.
Дөйөм торошобоҙ шулайыраҡ: хәл бөтөнләй юҡ, ятҡы килеп кенә тора, аш бармай, йоҡлап булмай, эс ауырта, тән, һөйәктәр һыҙлай, ҡоро йүтәл йонсота, һаташтыра, башҡа ҡурҡыныс уйҙар килә, тыныслыҡ юғала, мейе “ҡайнай”. Ошо торош вирус үткәндән һуң да оҙаҡ ҡына бөтмәй йөҙәтте. Дауаханала ятманыҡ, бер айға яҡын өйҙә дауаландыҡ, ихатанан сыҡманыҡ, береһе менән дә аралашманыҡ.
Бөгөн хәлебеҙ, Аллаға шөкөр, һәйбәт. Ковид менән ауырыуыбыҙ ҡурҡыныс төш кеүек булып ҡалды. Антиесемдәр булһа ла ирем менән прививка яһаттыҡ әле. Бүтән был ҡот осҡос вирус менән сирләге килмәй. Кемдәр уны үткәргән — аңларҙар.
Х., Муллаҡай ауылы:
—Былтырҙан бирле пандемия тип теңкәне ҡороталар. Телевизорҙы асһаң да шуны ғына һөйләйҙәр. Башҡа яҡшы хәбәр юҡмы ни?
Минеңсә, был коронавирус тигәндәре халыҡты ҡурҡытыу ғына. Прививка тураһында ла шикле уйҙамын. Элек ябай киҙеүҙән дә яһатмай торған инем вакцинаны. Ә быныһынан күптән эшләтмәйәсәкмен.
Сирләмәҫ өсөн шифалы үлән сәйҙәре эсергә, үҙең аҫраған ит, үҫтергән йәшелсә менән туҡланырға кәрәк. Саф һауала йөрөү ҙә бер дауа. Көнө буйы интернетта ултырып кәрәккән-кәрәкмәгән мәғлүмәттәр менән баштарын тултырып, күңел тыныслығын юғалтҡан, теләһә нимә менән туҡланған кеше сәләмәт буламы ни? Иммунитетты нығытырға кәрәк!
К., Благовещенка ауылы:
—Коронавирус менән бик күп таныштарым, туғандарым ауырыны. Бөтәһе лә уның менән сирләйәсәк, тиһәләр ҙә бер йыл үтеп бара мин әлегә уны эләктермәнем. Эшләгән урыным кешеләр менән аралашыуға, күп ерҙәргә сығып йөрөүгә бәйле булһа ла, әллә һәр саҡ һаҡланыу сараларын етди үтәгәнгә, әллә иммунитетымдың көслө булыуынан, Аллаға шөкөр, һау-сәләмәтмен.
Бер ҙә сирләгем килмәй, сөнки таныштарымдың һөйләүҙәре буйынса уның эҙемтәләре насар һәм бик оҙайлы ваҡытҡа һуҙыла. Шуға күрә тәүгеләрҙән булып прививка яһаттым. Үҙемде яҡшы тоям.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас