Инйәр
+6 °С
Ясно
Төрлөһөнән...
12 Марта 2021, 11:45

Хикмәтле һан, изге һүҙ

2020 йыл Башҡортостанда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан Башҡорт теле йылы тип иғлан ителгәйне.

Тарихтан беләбеҙ: иң тәүҙә һүҙ булған. Тимәк, тәүҙә һүҙ булһа, икенсе көнөнә ул тарихҡа әйләнә! Һүҙ ярҙамында, тел ярҙамында тарих яҙыла. 2021 йыл иһә Башҡорт тарихы йылы тип иғлан ителде.
Халҡыбыҙ һүҙҙең көсөн, ҡеүәтен, әһәмиәтен борондан аңлаған, белгән. Ғөмүмән, һәр һүҙҙең тарихы, шәжәрәһе бар.
“Ете” тигән матур һүҙгә генә туҡталайыҡ әле. Уның даирәһе киң, ҡулланылышы күркәм. Аҙна — “аҙ ғына”, унда ете генә көн бар: дүшәмбе, шишәмбе, шаршамбы, кесаҙна (кесе йома), йома, шәмбе, йәкшәмбе. Ошо көндәр — тел особоҙҙа ғына. Йома — мөьмин–мосолмандарҙың доғалары һәм изге ғәмәлдәре ҡабул була торған көн: йоманан йомаға тиклем изге эштәр генә башҡарып аҙна үтә, ул айҙы тултыра, айҙар — йылды, йылдар — ғүмер юлдары инде.
Ата-бабаларыбыҙ борон-борондан: “Ерҙең ете ҡатламы була. Күктең дә ете ҡаты бар,” — тип фекер йөрөткән. Донъяны ете мөғжизә биҙәй, тип раҫлай ғалимдар.
“Ете” лексик берәмегенән күпме һүҙ яралған! “Етмеш” һүҙе лә күп мәғәнәле. Етмеш йәшкә етеү — оло дәрәжә, шул уҡ ваҡытта ҡартлыҡ баҫҡысы ла. “Етмеш” — “етте эш, ныҡ егелеп эшләмә” тигәнгә ишара. Төрөк мәҡәлен миҫалға килтереү ҙә быны раҫлай: “Йәшең етмеш — эшең бөтмөш”. Мәҡәлдәрҙең ошондайҙары ла бар: “Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ”, “Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ” һәм башҡалар. Рустар: “Семеро одного не ждут”, — тип тә ебәрә.
Кешелек донъяһы был һүҙҙе бик борон замандарҙан алып изге тип һанай. Төндө яҡты итеп балҡытҡан сағыу йондоҙҙо юҡҡа ғына Етегән тип атамағандар. Сүмес һүрәтен хәтерләткән ете йондоҙ (“Урал батыр” ҡобайырында улар ҡатып ҡалған ете дейеү тиелә, ҡайҙалыр — ете бүре) халҡыбыҙ өсөн ете йән булып күренгән. “Ете йән” Етегәнгә әйләнгән. Ошо ете дуҫ хаҡында әллә күпме легендалар йәшәй башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадында. Киң билдәле “Етегән шишмә” йырында ла (уны мәшһүр йырсыбыҙ Фәрит Бикбулатов башҡара) әлеге күк есеме телгә алына.
“Етегән шишмәләргә
Йөҙөк һалдым, йөҙөк һалдым
Етегән йондоҙ күреп ҡалһын”, — тип.
“Ете ырыу” — был һүҙбәйләнеш башҡорттар тарихында айырым бер урын биләй. Ете ырыу — XIV-XVI быуаттарҙа Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышында йәшәгән ырыуҙар берләшмәһе. Ул үҫәргән, бөрйән, ҡыпсаҡ, сәнкеш-ҡыпсаҡ, ҡара-ҡыпсаҡ, түңгәүер һәм тамъян ырыуҙарын берләштергән булған.
“Бабсаҡ һәм Күксәк” эпосынан күренеүенсә, уның башында Мәсем хан торған. Ете ырыу башҡорттары 1557 йылда үҙ иректәре менән Рус дәүләтенә ҡушылған. Ете ырыуҙың берләшеүе башҡорттарҙың бер халыҡ булып ойошоуын сағылдыра. Ете ырыу халҡы ялан башҡорттары итигән исем менән йөрөтөлгән. Был төшөнсә халыҡ ижадында поэтик образ итеп ҡулланыла. Бөйөк йырыбыҙ “Урал” борон “Ете ырыу” исеме менән таралған булған:
Күгәреп тә ятҡан, ай, Уралтау —
Ете лә ырыу илдең төйәге.
Урал тауҡайына, ай, күмелгән
Ата-бабаларҙыү һөйәге.
“Ете ҡыҙ” легендаһын кәүҙәләндергән башҡорт халыҡ бейеүе. “Ете ҡыҙ” — милләтебеҙҙең ғорурлығы.
“Ете” төшөнсәһе Ислам динендә лә бик изге. Кеше мәрхүм булғас, ихласлап етеһен уҡыталар. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм: “Ҡөрьән аяттарының әфәндеһе (иң олоһо) “Аятель-Көрси” ҡайһы йортта уҡылһа, шайтан унан сығып ҡасыр. “Аятель-Көрси”ҙе 7 мәртәбә уҡыһаң, Аллаһ Тәғәлә был кешегә күп төрлө хикмәттәрен асыр”, — тигән. Шуныһы ла мәғлүм, унда (“Аятлеь-Көрси”ҙә) 170 хәреф бар.
Арҙаҡлы башҡорт ғалимы, мәғрифәтсе Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев һәр башҡорт үҙенең ете быуынын, риүәйәтен, өләндәрҙе һәм йондоҙҙарҙы белергә тейеш, тип яҙған үҙенең “Йәдкәр” исемле китабында.
БСТ-ла барған “Ете егет” проекты ла беҙгә оҡшай.
“Ете” лексик берәмегенән тағы әллә күпме һүҙҙәр барлыҡҡа килгән. Мәҫәлән, “етеш” — етеш йәшәү, бәрәкәтле тормошто аңлата. Байлыҡ, тулылыҡ, эште еренә “еткереү” (“ете”гә кереү) төшөнсәһе был.
“Етештереү” — продукцияны “етерлек” итеп сығарыу тигән һүҙ.
“Ете” төшөнсәһенең “аҡыл” тигән мәғәнәһе лә бар: аҡылға зәғәфирәк кеше хаҡында “уға етеңкерәмәй” ( тимәк, “ете” — аҡыл керә алмай) тигәндәр. “Етлекмәгән” (русса: “недоросль”) — тимәк, “ете етмәгән” — аҡыл етмәгән, тормошҡа әҙерлеге юҡ кимәлендә, “ете”гә — тулы кимәлгә йыраҡ әле, тигәнде аңлата. “Етер-етмәҫ аҡылың менән бушты һөйләмә” тигән әйтем дә бар бит. Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы: һүҙҙәребеҙ — бай тарихлы, уларҙа халҡыбыҙҙың көнитмеше, тормошо, тарихы сағыла. Беҙҙең туған телебеҙ — дәүерҙәр, быуаттар сағылышы. Уның ҡәҙерен беләйек. Башҡорт халҡы вәкилдәре булыуыбыҙ менән сикһеҙ ғорурланып, уның данлы үткәненә оло ихтирам йөрөтәйек. Бөгөнгө яҙмышы матур, киләсәге тағы ла сағыуыраҡ булһын, тип өмөтләнәйек. Йәйғорҙоң ете төҫө һымаҡ балҡый йөрәгебеҙҙә изге туған телебеҙ.
Гөлирә Фәйрүзова,
педагогик хеҙмәт ветераны.
Тәүәкәс ауылы.
Читайте нас