Инйәр
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
5 Март 2021, 14:05

Вакцинация үткәрелә

Коронавирус инфекцияһына ҡаршы тороу маҡсатында халыҡ араһында “Гам-КОВИД-Вак” препараты менән вакцинация эшләү ойошторола.

2021 йылдың 2 мартына ҡарата районға 525 доза “Гам-КОВИД-Вак” вакцинаһы ҡайтартылды, бөгөнгө көндә 315 кешегә прививка яһалды.
Вакцинацияны прививка эшләтергә теләге булған һәр кем прививкалар эшләү кабинетының эш графигына ярашлы (эш көндәрендә 8.00 — 16.12 сәғәттә) яһата ала. Медицина, белем биреү өлкәһе, халыҡты социаль хеҙмәтләндереү учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә, хроник сирлеләргә өҫтөнлөк бирелә.
Процедура алдынан вакцинация эшләтергә ризалыҡ биреү тураһындағы ҡағыҙ тултырыла, һорауҙарға яуап алына, табип пациенттың хәлен тикшерә. Әгәр һөҙөмтә буйынса прививкаға ҡаршылыҡтар табылмаһа, вакцинация башҡарыла.
Айгөл Игзакова,
үҙәк район дауаханаһының беренсел һәм махсуслаштырылған медицина ярҙамы күрһәтеү бүлеге мөдире.
Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас: