Инйәр
+14 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
5 Марта 2021, 09:15
Тәртиптә тотҡан — һәр ерҙә отҡан
Рәсәй архивсылары үҙҙәренең һөнәри байрамын 1720 йылдан бирле билдәләй.
Уға, Рәсәйҙә тәүге дәүләт акты — илдә дәүләт идараһын ойоштороу нигеҙҙәрен билдәләүсе һәм барлыҡ дәүләт органдарында актуариус (архивариус) тигән дәүләт вазифаһын индереүсе "Генераль регламент йәки Устав"ҡа ҡул ҡуйып, Петр I башланғыс һалды, ә һөнәри байрам булараҡ, 2003 йылда барлыҡҡа килде.
Архивтар илдең документаль тарихын, кеше яҙмыштары тарихын һаҡлай. Төрҙәре бик күп: ойошмалар архивтары, тарихи архивтар, төбәк архивтары һәм башҡалар. Рәсәй Федерацияһы Дәүләт архивы барлығын беләбеҙ. Шәхси архивтар ҙа эшләй. Архив материалдарына тикшеренеүсе ғалимдар, аспиранттар, студенттар, шулай уҡ тарихты яратыусылар, тамырҙары, туғандарының яҙмыштары менән ҡыҙыҡһыныусылар, тарихи документтарҙы тергеҙергә теләүселәр мөрәжәғәт итә.
Архив хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәте күп һанлы асыштар менән билдәләнә.
Дилара Бәҙретдинова әҙерләне.
Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды