Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
5 Март 2021, 13:49

“Мин алып барыусы”

Оҙондар мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы Урманцев Марсель былтырҙан бирле “Юлдаш” телевидениеһы менән тығыҙ бәйләнештә.

Ябай ауыл балаһы бәләкәйҙән башҡа тиҫтерҙәре кеүек йәнһүрәттәр ҡарау урынына етди тапшырыуҙарҙы үҙ итә. Бигерәк тә БСТ-ла Гүзәл Ситдиҡованың сығышы уның күңеленә хуш килә. Тора бара киләсәктә телевидениела алып барыусы булыу теләге көсәйә.
Мәктәптә тырышып уҡыған, төрлө бәйгеләрҙә үҙен һанап ҡараған, хатта еңеүҙәргә өлгәшкән уҡыусыны яңы шөғөл тағы ла нығыраҡ ҡанатландыра. Ул үҙ алла репортаждар, видеолар төшөрә, иптәштәре менән уртаҡлаша.
Бер мәл “Юлдаш” телевидениеһы хеҙмәткәрҙәре, улар менән бергә Гүзәл Ситдиҡова ла Оҙондарға эш сәфәре менән килеп төшә. Был хәбәрҙе ишеткән Марсель кумиры менән осрашырға бара һәм форсат табып үҙенең уй-хыялдарын һөйләп ишеттерә. Ололар бер-береһенә йылмайып ҡарашалар ҙа: “Ярай, Өфөнән хәбәрҙәр көт”, — тип ҡайтып китәләр.
Аҙмы-күпме ваҡыт үткәндән һуң “Тамыр” тапшырыуын алып барған Альбина Йосопова Урманцевтарға хат ебәрә. Ул Марселдән мәктәп, уҡыусылар, үҫмерҙәр тормошона бәйле ҡыҫҡа ғына сюжетлы репортаждар төшөрөп ебәреүен һорай. Быны ишеткән малай дәртләнеп китеп, ең һыҙғанып эшкә тотона. Мәктәп директоры, уҡытыусылар, класташтары уға ныҡ ярҙам итә. Бигерәк тә әсәһе Зәлиә уның кәңәшсеһе лә, ассистенты ла булып тора. Ай һайын, ҡайһы саҡ ике айға бер Марсель Урманцевтың репортаждары, тура бәйләнештәре “Тау-тау хәбәр” һәм “Тамыр” студияһының башҡа балалар һәм үҫмерҙәр өсөн тапшырыуҙарында сығып тора. Ул хатта “Мин алып барыусы” конкурсында ҡатнашып еңеү яуланы. Йәмил Ишмөхәмәтов менән Риф Арҫлан үҙҙәре үк уға бүләктәр тапшырҙы.
Ғәҙеллек яратҡан, маһир телле, һәләтле бәләкәй яҡташыбыҙ эфирҙағы хәбәрҙәре менән республика халҡын ҡыуандырып, тыуған ауылының, мәктәбенең, халҡының данын күтәреп тора. Уға ижади уңыштар һәм хыялының тормошҡа ашыуын теләйбеҙ.
Дилара Бәҙретдинова.
Фото — ғаилә архывынан.
Читайте нас: