Ул алдында төрлө-төрлө ҡаршылыҡтарға, һынауҙарға осраһа ла бирешмәй, барыбер алға бара.
Беҙҙең “Хазина” бейеү төркөмө ике йыл элек кенә “Байыҡ — 2019” бәйгеһендә ҡатнашып, еңеү яулаған ине. Быйыл да пандемияға ҡарамай, бейеүебеҙҙе онлайн аша баһалама комиссияһы хөкөмөнә ебәреп, һайлап алыу турынан үттек. Ваҡыт аҙ булыуға ҡарамаҫтан, дәррәү репетицияларға йөрөп, бейеүебеҙҙе ҡабатлап, киләһе баҫҡысҡа әҙерләндек, һәр хәрәкәтебеҙҙе еренә еткерҙек. Ниһайәт, Өфөләргә барып, матур сығыш яһап, 1-се турҙан 2-һенә үтеп ҡайттыҡ.
Тулҡынланыу ҡатыш шатлыҡ хистәре күңелдәребеҙҙе елкендерҙе. Афарин ҡыҙҙар! “Байыҡ”та ғорурлыҡ, рух-сәм менән ҡатнашып, тыуған районыбыҙҙың данын лайыҡлы яҡлауға, уның йөҙөн күрһәтеүгә өлгәштек.
Ниндәй генә сараларҙа ҡатнашһаҡ та, бейеү сәнғәтенә булған һөйөү, хөрмәт итеү, уға бөтә күңелеңде һалыу һәр ваҡыт яҡшы һөҙөмтәләргә, ә иң мөһиме — халыҡтың иғтибарына, рәхмәтенә килтерә.
Абруйлы жюри ағзалары ла беҙгә үҙ теләктәрен еткерҙе — улар киләһе сығыштарҙа беҙҙе яңы костюмдарҙа һәм һәр ерлектә табын ырыуының сюжеттарын сағылдырған бейеүҙәрҙе күрергә теләүҙәре тураһында әйтте. Алла бирһә, уларҙың теләктәрен үтәргә тырышырбыҙ.
“Хазина”ларға ошо мәртәбәле сарала ҡатнашыуҙа “Байыҡ” проектын ойоштороусы Рита Ришат ҡыҙы Өмөтбаева, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Ильяс Миңлеәхмәт улы Сафин һәм мәҙәниәт йорто директоры Любовь Васильевна Тюленева ҙур ярҙам күрһәтте.
“Хазина” бейеү төркөмө етәксеһе.