Инйәр
-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
5 Март 2021, 14:19

“Битараф ҡалмайыҡ”

Әлеге компьютеризация осоронда гәзит, китап уҡыуға ҡыҙыҡһыныуҙың кәмеүе бик күңелһеҙ күренеш.

Интернет селтәренән алынған әйбер бер ваҡытта ла ысын ҡағыҙ гәзитте, китапты тотоп уҡыуға етмәйәсәк. Сөнки улар һәр саҡ ҡул аҫтында һәм уны ҡабат-ҡабат әйләнеп ҡайтып уҡып була, йыйып та бараһың.
Үҙем хәреф таный башлағандан бирле матбуғат биттәренә ҙур иғтибар бирәм. Әле лә ғаиләм менән уны көтөп алабыҙ. Республика гәзиттәрендә мәҙәниәткә, әҙәбиәткә, спортҡа бәйле булған мәҡәләләрҙе яратып уҡыйбыҙ. Бигерәк тә үҙебеҙҙең район гәзите “Инйәр”ҙе хөрмәт итәбеҙ. Унда урында булған ваҡиғалар, ҡыҙыҡлы кешеләр, йәштәр тормошо тураһында, шулай уҡ “Иман нуры”, хикәйәләр, аш-һыу биттәре, дауаланыу ысулдары, әлеге ваҡытта вирустарҙан һаҡланыу һәм башҡалар тураһында файҙалы һәм ҡыҙыҡ мәғлүмәттәрҙе табып була. Ғөмүмән, “Инйәр” бик йөкмәткеле баҫма, һәр кем унда үҙенә оҡшағанын табып уҡый ала.
Башҡортса гәзит-журналдарҙы алдырабыҙ икән, беҙҙең телебеҙҙең киләсәге буласаҡ тип уйлайым. Архангел мәғлүмәт үҙәгенең директоры, башҡорт һәм рус гәзиттәренең мөхәррире ГөлшатЗөфәр ҡыҙы Закирова бик оҫта етәксе. Уның эшлекле, талапсан булыуын “Инйәр” аша күреп торабыҙ. Әлеге ваҡытта хеҙмәткәрҙәре етешмәһә лә гәзиттәр ваҡытында сыға, мәҡәләләр тормошсан, актуаль. Хәбәрселәре ижад итеп тә, ауылдар һайын гәзиткә яҙҙырып йөрөп тә өлгөрә. Уларға киләсәктә уңыштар һәм башҡорт рухлы яҡташтарымды гәзитебеҙҙең киләсәгенә битараф булмауҙарын теләйем.
Айрат Ташбулатов,
район депутаты.
Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас: