Инйәр
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
5 Март 2021, 13:15

“Бәхете йөҙөндә сағыла”

Яратҡан һөнәренә мөккибән китеп тоғро ҡалған кешеләргә һоҡланмау мөмкин түгел.

Яҙасаҡ геройым да шундай кешеләрҙең береһе. Ул районыбыҙҙың йөҙөк ҡашы, аҡ күңелле ағинәй, мәҙәниәт донъяһында ҡайнап йәшәүсе Рәсимә Миңлеғәли ҡыҙы Мөхәмәтйәнова. Бик күп наградалары, Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары уның намыҫлы хеҙмәте, тырышлығы, ныҡышлығы тураһында һөйләй.
Дәртле ханым район, төбәк-ара һәм республика кимәлендәге бәйгеләрҙә һәм башҡа төрлө мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнашып тора. Яңыраҡ ҡына үҙенең “Хазина” бейеү төркөмө менән “Байыҡ” конкурсының 1-се турын уңышлы үтте. Алла бирһә, еңеп тә сығырҙар әле!
Халыҡ менән һәр саҡ тығыҙ бәйләнештә булған Рәсимә Миңлеғәли ҡыҙы район мәҙәниәт йорто алдында “Ихлас” фольклор түңәрәген етәкләй, “Хазина”нан тыш “Нәркәс” исемле балалар бейеү төркөмөндә лә ең һыҙғанып эшләй. Ул йәш быуынға бейеү сәнғәте аша халҡыбыҙҙың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен еткерә. Ата-әсәләр шуға: “Ярай әле Рәсимә апайыбыҙ бар”, — тип маҡтап, шатланып тора.
Баймаҡтан Тирәкле ауылына килен булып төшкән ханым тормош иптәше Фәрит ағай менән районда уҙғарылған мәҙәни сараларҙы бергә ойоштороп йөрөйҙәр, бик татыу йәшәйҙәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Фәрит ағай күптән баҡыйлыҡта. Рәсимә апайға яҙмыш һынауҙарын аҙ үтергә тура килмәй. Көслө рухлы, сабыр йәнле булыуы бирештермәй. Балаларын аяҡҡа баҫтыра, башлы-күҙле итә, улар өсөн янып йәшәй.
Бөгөн хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, һаман эшләүен дауам итә, һәр ергә лә өлгөрә. Шуның менән ул башҡаларға үрнәк булып тора. Балалары ла үҙенә оҡшап тырыштар, бөтмөрҙәр, донъяларын сыңъяһау итеп көтә. Әсәләре янына йыш ҡайтып, ярҙам итеп торалар.
Улы Илдар — филармонияла, килене Алһыу балет театрында эшләй, бер ул үҫтерәләр. Ҡыҙы Гөлнара — экономист, Кейәүе Алмаз менән өс ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Шулай итеп Рәсимә ханым бәхетле әсәй һәм өләсәй.
Ысынлап та ил инәһенең бәхете йөҙөндә сағыла. Шуға күрә лә уның эргәһендә һәр саҡ еңел, нурлы. Хоҙай уны ошо бәхеттән айырмаһын.
Зимфира Ғафарова,
Архангел ауылы.
Читайте нас: