Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
5 Март 2021, 13:36

Ҡатын-ҡыҙҙың гүзәллеге нимәлә?

Ҡатын-ҡыҙҙың гүзәллеге нимәлә?

—Шакир ауылында тыуып, артабанғы яҙмышымды ла тыуған ауылым менән бәйләнем. Үҫмер саҡта ҡала тормошо ҡыҙыҡһындырһа ла, аҡыл ултырғас, ауылда йәшәүҙән дә яҡшы ер юҡ икәнлегенә төшөндөм. Ирем Нәсим Флүр улы менән өйләнешкәс тә, ошонда оя ҡорҙоҡ. Ул Себер тарафтарында “аҡса таба”, ә мин ике балам менән өйҙә донъя йөгөн тартам. Туҡмаҡлы, Сәғит, Шакир ауылдарында почта таратам, уға тиклем РАЙПО магазинында эшләнем.
Ирем өйҙә юҡ тип тормайым дүрт һыйыр, быҙауҙар, үгеҙҙәр ҡарайым, ваҡ мал, ҡош-ҡорт үрсетәм. Ауылда йән аҫрағас, мал тотмайынса булмай. Баҡса эштәрен дә яратам, түҙемһеҙләнеп яҙ килеүен көтәбеҙ. Көндәр йылытыу менән ихатанан кермәйбеҙ. Балаларым да хәҙер ярҙам итешә.
8 март — иң яратҡан байрамдарҙан һанала. Яҙ, йылы ҡояш, тюльпан сәскәләре, балаларымдың үҙ ҡулдары менән яһаған бүләктәре, иремдең картама аҡса күсереүе кәйефте күтәрә, күңелгә ләззәт бирә.
Ҡатын-ҡыҙға бәхет өсөн күп кәрәкмәй. Балаларың сәләмәт, ирең егәрле булһа, бер-береңде яратып, аңлап торһаң, ғаиләңдә тыныслыҡ хөкөм һөрһә — шул еткән. Ә уларҙың барыһы ла гүзәл заттарҙың аҡыллы булыуынан килә, — ти Шакир ауылынан Ләйсән Ғайса ҡыҙы Ғәрифуллина.
Читайте нас: