Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
5 Март 2021, 13:41

Ҡатын-ҡыҙҙың гүзәллеге нимәлә?

Ҡатын-ҡыҙҙың гүзәллеге нимәлә?

Ҡыҫынды ауылынан көн дә үҙәк район дауаханаһына эшкә йөрөгән Зифа Фазыл ҡыҙын ҡыҫындылар ғына түгел башҡа ауыл халҡы ла үҙ итеп, хөрмәтләп тора. Асыҡ сырайлы, ихлас күңелле, һәр кем менән уртаҡ тел таба белгән гүзәл ханыма иғтибар итмәй булмай. Хеҙмәттәштәре лә, ауылдаштары ла уны тик маҡтап ҡына телгә ала. Ғәҙеллеге, егәрлелеге, тапҡыр һүҙле, ярҙамсыл булыуы арҡаһында уның таныштары ла, дуҫтары ла күп.
— Тормош бәхет өсөн яратылған. Йәш барған һайын, уның мәғәнәһен дә, матурлығын да нығыраҡ аңлайһың. Хәҙерге заманда элеккесә ҡараштар менән генә йәшәп булмай. Ата-әсәләр борондан ҡыҙ баланы күркәм холоҡло, тыныс, яғымлы, йомшаҡ, инсафлы, тыйнаҡ итеп тәрбиәләргә тырыша. Ләкин бөгөнгө тормошобоҙ тәүәккәл, ҡаты, үтеп-сығып барыусы, ут кеүек ҡатын-ҡыҙға өҫтөнлөк бирә.
XXI быуат ҡатын-ҡыҙы етмеш төрлө һөнәргә эйә булһа ла ул гүзәл зат булып ҡалырға бурыслы. Ә гүзәллек нимәлә һуң? Иң мөһиме әсә булыуҙа. Әсә кеше балаға әсәй ҙә, атай ҙа. Тик ул ғына сабыйына тәбиғи һөйөү, наҙ бүләк итә. Әсә наҙын татымаған бала донъя матурлығын тейешенсә күреп бөтмәй. Артабан сәләмәтлек килә. Һау-сәләмәт ҡатын-ҡыҙҙың йөҙө һәр саҡ балҡып тора, ғаиләһе лә шат, балалары ла бәхетле. Шуға күрә Яҙ байрамы менән ҡотлап барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарға сәләмәтлек һәм күңел тыныслығы теләйем, — тине Зифа Ибраһимова.
Читайте нас: