Инйәр
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
5 Март 2021, 13:05

Ҡатын-ҡыҙ әҙәбе

Ирегеҙҙе йыртыҡ йөҙ менән ҡаршыламағыҙ.

Өндәшмәй үпкәләп йөрөмәгеҙ. Юҡ-бар нәмә өсөн зарланмағыҙ, ҡаршы һүҙ ҡайтармағыҙ. Ир хәтерен ҡалдырырлыҡ эш башҡармағыҙ.
Оялсан, әҙәпле, намыҫлы булығыҙ. Ирегеҙҙең һеҙгә ҡарата хөрмәтен кәметмәгеҙ. Серҙәрен фашламағыҙ. Малын исраф итмәгеҙ.
Ирегеҙҙең ата-әсәһенә ҡарата итәғәтле булығыҙ. Башҡа яҡындарын ҡарындаш тип иҫәпләгеҙ. Ирегеҙҙең башҡа балалары булһа, уларҙы ла яҡын күрегеҙ.
Замана ауырлыҡтарына ҡаршы торған ирегеҙгә ярҙам итегеҙ. Шатлыҡлы көндәрендә лә, хәсрәтле мәлдәрендә лә уның янында булығыҙ.
Йәнегеҙ көйгән ваҡытта һөйләшмәй тороғоҙ, дорфа яуап биреүҙән һаҡланығыҙ. Асыуҙы тиҙ генә баҫыу сараһын күрегеҙ.
Башҡаларҙың етешһеҙлектәрен кисерә белегеҙ. Мөләйем һөйләшергә ғәҙәтләнегеҙ, ғәйбәт һүҙ йөрөткәндәрҙән һаҡланығыҙ.
Ауырыу йәки хәсрәт менән яфаланғанда сабырлыҡ күрһәтегеҙ. “Бәлки, шулай булыуы хәйерлелер”, — тип күңелегеҙҙе баҫығыҙ, Аллаһ Тәғәләгә доға ҡылығыҙ.
Йорт усағын һүндермәй һаҡлағыҙ. Балаларығыҙҙы яратып, матур итеп ҡарағыҙ, уларға күркәм тәрбиә бирегеҙ, туғанлыҡты баһаларға өйрәтегеҙ.
Ризаитдин Фәхретдиновтың нәсихәттәренән.
Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас: