Инйәр
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
5 Март 2021, 14:03

“Ата-әсәләр сәләмәт туҡланыу яҡлы”

Кеше организмы дөрөҫ хәрәкәт итһен өсөн, ғөмүмән, йәшәр өсөн туҡланырға кәрәк, ә инде тормош сифаты юғары кимәлдә булһын тиһәгеҙ, дөрөҫ туҡланыу зарур.

Организмға бөтә кәрәк витаминдар аҙыҡ һәм һыу аша инә. Туҡланыу ризыҡтарының сифаты һаулыҡҡа, физик үҫешкә, эшмәкәрлеккә, эмоциональ торошҡа һәм тормош сифатына ҙур йоғонто яһай.
Мәктәптә балаларҙың дөрөҫ һәм сәләмәт туҡланыуын оҫта ойоштороу белем биреү учреждениеларының эшмәкәрлегендә төп йүнәлеш булып тора, сөнки дөрөҫ туҡланыу сәләмәтлеккә генә түгел, ә белем алыуҙың сифатына ла йоғонто яһай.
Ошо маҡсаттан сығып, 24 февраль республикабыҙ буйынса шул иҫәптән районыбыҙҙың барлыҡ мәктәптәрендә лә “Башҡортостан ата-әсәләре сәләмәт туҡланыу яҡлы” тип аталған Асыҡ ишектәр көнө уҙғарылды. Уның маҡсаты: ата-әсәләрҙә һәм уҡыусыларҙа балаларҙы дөйөм белем биреү учреждениеларында йылы аш менән тәьмин итеү мәсьәләһенә ыңғай ҡараш булдырыу. Шул айҡанлы “Кеше тормошонда витаминдар”, “Беҙҙең аҙыҡ нимәнән тора”, “Минең дөрөҫ менюм”, “Дөрөҫ туҡланыу — сәләмәтлектең нигеҙе” тигән класс сәғәттәре үткәрелде. Барлыҡ саралар дөрөҫ туҡланыу мәҙәниәтен формалаштырыуға, сәләмәт йәшәү рәүешен тәрбиәләүгә йүнәлтелде. Мәктәп ашханаларында ололар әҙер ризыҡтарҙан ауыҙ итеп ҡараны.
Класс сәғәттәре балаларҙың йәш һәм психологик үҙенсәлектәренә тап килде һәм күтәренке кәйефтә үтте. Уҡыусылар туҡланыуҙың баланслы булырға тейешлеге һәм аҙыҡ ҡабул итеү режимын күҙәтеүҙең мөһимлеге, шулай уҡ меню төҙөгәндә организмдың нимәгә ихтыяж кисереүен күҙ уңында тотоу тураһында файҙалы мәғлүмәт алды.
Һөйләшеү файҙалы һәм сәләмәт туҡланыуҙан тыш, зарарлы, организмға зыян килтерә торған аҙыҡтар мәҫәлән, киптерелгән бәрәңге (чипсы), сухарики, һағыҙ, газлы эсемлектәр һәм башҡалар тураһында ла барҙы. Ошондай сараларҙы үткәреү уҡыусыларға үҙҙәренең сәләмәтлегенә иғтибар итергә, яҡшы ғәҙәттәргә күсергә саҡыра.
Лилиә Янгирова,
район мәғариф бүлегенең мәктәптә туҡланыуҙы ойоштороу буйынса белгес.
Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас: