Халыҡ-ара туған телдәр көнө 1999 йылдың 17 ноябрендә ЮНЕСКО-ның Генераль конференцияһында иғлан ителде һәм 2000 йылдан алып йыл һайын 21 февраль билдәләнә.
Киң ҡатлам йәмәғәтселектең иғтибарын Башҡортостан Республикаһында йәшәгән халыҡтарҙың туған телдәрен өйрәнеүгә йүнәлтеү, тел мәҙәниәтен күтәреү, үҫтереү, популярлаштырыу маҡсатынан 20 февраль 14 белем биреү майҙанында Башҡортостан Республикаһында йәшәгән халыҡтарҙың туған телдәрендә Халыҡ-ара диктант яҙыу уҙҙы.
Акцияла бөтәһе 468 уҡыусы (7-8-се кластар) ҡатнашты. Диктантты рус телендә — 280, башҡорт телендә — 174, татар телендә — 4, латыш телендә 10 кеше яҙҙы.
Был көндө шулай уҡ этномәҙәниәт өмәһе үтте. Ул үҙ эсенә төрлө оҫталыҡ дәрестәрен, милләт-ара мәктәп “Һабантуй”ын һәм “Ғаилә ҡиммәттәре фестивале”н алды.
район мәғариф бүлеге методисы.
Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.