Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
2 Март 2021, 19:07

Ата-әсәләр йыйылышы

Үҙ халҡының тарихы, йыр-моңо күңеленә һеңеп, шул нигеҙҙә тәрбиәләнгән, тыуған ерен, ғәзиз әсәһе кеүек һөйгән, йөрәге халҡы менән бергә типкән, халҡы рухы менән, уның маҡсаты, үҙ хыялы, үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге менән йәшәгән, туған теленең байлығына эйә булып, уның нескәлектәрен аңлаған, үҙенең бөтә булмышын халҡына бағышлаған кеше генә тәрбиәле һәм белемле шәхес була ала.

Бала өләсәйҙәре, олатайҙары менән аралашҡанда башҡорт телен ишетеп, белеп үҫә. Кескәйҙәр ошо ваҡытта уратып алған әйберҙәргә, телмәргә бик тә иғтибарлы була. Ул кешеләрҙең һөйләшкәнен, аралашҡанын ишетһә, теле тиҙерәк асыла. Яңы тыуған бала менән йыш аралашыу, һөйләшеү баланың төрлө яҡлап үҫешенә булышлыҡ итә. Баланың телмәрен үҫтереүҙә ата-әсәнең сабый менән аралашыуы бик мөһим роль уйнай.
Туған башҡорт телебеҙҙе мәктәптәрҙә, балалар баҡсаһында уҡытыу, уға һөйөү, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү мәсьәләһе бөгөн һаман көнүҙәктә. Уға ҡарата төрлө фекерҙәр, ҡараштар бар. Ваҡиғалар сыуалышында әсә телебеҙгә иғтибарҙы юғалтмау, ә киреһенсә уға йүнәлтеү, телебеҙҙе популярлаштырыу, юғары кимәлгә күтәреү маҡсатынан ошо арала Zoom майҙанында ата-әсәләр йыйылышы уҙғарылды. Унда Архангел, Благовар, Дәүләкән, Ҡырмыҫҡалы, Нуриман райондарынан ата-әсәләр һәм ҡоролтайы ағзалары ҡатнашты. Ата-әсәләрҙең туған телебеҙгә булған мөнәсәбәтенән бик күп нимә тора. Башҡорт рухлы ололар телебеҙ яҡлы, уның киләсәгенә битараф түгел икән, тимәк уларҙың балалары, ейән-ейәнсәрҙәре лә ошо рухты дауам итәсәк. Шуға күрә бөгөн ошондай әһәмиәтле сараларҙы, бәйләнештәрҙе уҙғарыу бик урынлы. Сарала башҡорт телен өйрәнеүгә ҡағылған етди һорауҙар ҡаралды, һәр районда туған телебеҙҙе уҡытыуҙың барышы, һөҙөмтәләре тураһында һүҙ барҙы.
Беҙҙең районда барлығы 960 бала белем һәм тәрбиә ала, уларҙың 260-ы башҡорт телен өйрәнә. Балалар баҡсаларына килгәндә, дүрт башҡорт мәктәпкәсә белем һәм тәрбиә биргән учреждение бар. Район үҙәгендәге балалар баҡсаһында ике башҡорт төркөмө уңышлы эшләп килә.
Фәнзил Хисаметдинов,
район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе.
Читайте нас: