Инйәр
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
19 Февраль 2021, 12:13

Табиптар — Максим Горькийҙа

Үткән аҙнала Максим Горький фельдшер-акушерлыҡ пунктына үҙәк район дауаханаһы табиптары килеп ауыл халҡының сәләмәтлеген тикшерҙе.

Врач-терапевт Марат Вәлиев, шәфҡәт туташтары Илүсә Кәримова, Любовь Хомич, акушерка Светлана Каданцева көн дауамында кешеләрҙе ҡабул итте.
Һөҙөмтәлә, терапевт 45 ауырыуға күрһәтмә, йүнәлтмә бирҙе, 37 ЭКГ эшләнде, 19 инәлек юлы яман шешен ваҡытында асыҡлауға цитология шыйыҡсаһы, 10 цитология, 33 биохимия һәм 24 дөйөм ҡан анализы алынды. 10 кеше коронавирусҡа ҡаршы прививка яһатты.
Табиптар мөрәжәғәт иткәндәрҙең береһен дә иғтибарһыҙ ҡалдырманы. Бындай ҡабул итеүҙән халыҡ бик риза булды. Киләсәктә лә ошондай саралар ойошторолоп торасаҡ.
Гөлгөнә Хисмәтуллина,
Максим Горький фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры.
Читайте нас: