Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
19 Февраль 2021, 11:54

Тәүәкәс мәктәбе уҡыусылары ижады

23 февраль — Ватанды һаҡлаусылар көнө

Минең атайым шәп кеше!
Бер кем дә юҡтыр атайым кеүек
Ул бик тә батыр, ул бик тә көслө.
Иң шәп кеше минең атайым,
Уның исемен ғорурланып атайым.
Минең атайым көслө, батыр йөрәкле, һәр яҡтан өлгө булырлыҡ, мәрхәмәтле, эшсән, йомарт күңелле. Атайымдың исеме — Рәзиф Зиннур улы. Ҡәҙерлебеҙ Тәүәкәс ауылында тыуып үҫкән, унда белем алған. 1990 йылда армия сафына саҡырыла һәм алыҫ Германияла танк ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә, механик-йөрөтөүсе вазифаһын үтәй. 1992 йылда Тыуған илебеҙ алдындағы изге бурысын үтәп ауылға ҡайта.
Атайыбыҙҙың һөнәрҙәрен һанап бөтөрөп тә булмай. Уның белмәгән эше юҡ! Бөтә ергә өлгөрә. Әсәйемә, туғандарыбыҙға, күршеләргә лә ярҙам итә. Беҙҙе лә хеҙмәт һөйөргә, эштең мәғәнәһен белергә өйрәтә.
Ул һалдат тормошо тураһында ҡыҙыҡлы хәтирәләре менән дә уртаҡлашырға ярата. “Егет кеше һалдат һурпаһын татып ҡарарға тейеш. Армия — тормош мәктәбе,” — ти.
Шундай аҡыллы, ышаныслы атайым булғанға мин бик шатмын.
Иштуғанова Азалия.
5 – се класс уҡыусыһы.
Беҙҙең ғорурлығыбыҙ
Минең атайым — Усманов Самат Әхмәт улы. Бик ишле ғаиләлә тәрбиәләнгә күрә, ул бәләкәйҙән эшкә етеҙ, тырыш була. Атайымдың бер туғандары араһында ағаларына, энеләренә ҡарата туғанлыҡ хисе көслө. Беҙҙе лә шулай үҫтерә.
Башта Тәүәкәстә белем ала, артабан 1987 йылда Абҙан урта мәктәбен тамамлай. Артабан уҡыуын Өфө урман хужалығы техникумында дауам итә.
1988 —1989 йылдарҙа Венгрияның Папа тигән ҡалаһында Гвардиялы мотоуҡсыларҙың Висленский полкында пулеметсы, ә 1989 — 1990 йылдарҙа Курил утрауҙарында ПВО дивизияһында артиллерист-зенитчик булып хеҙмәт итә. Изге бурысын намыҫлы үтәп ҡайта.
Беҙ ғаиләлә өс бала үҫәбеҙ. Атайым беҙҙең ғорурлығыбыҙ һәм таянысыбыҙ. Ул беҙҙең өсөн ныҡлы терәк, ышаныслы ғаилә башлығы. Атай-әсәй ҡурсыуында беҙҙең бала сағыбыҙ бик бәхетле. Ғәзиз кешебеҙҙең тиҙҙән байрамы яҡынлаша. Атай, беҙ һине яратабыҙ һәм һәр ваҡыт беҙҙе шатландырып оҙаҡ йәшәүеңде теләйбеҙ!
Усманова Айгүзәл.
8-се класс уҡыусыһы.
“Армияға барасаҡмын!”
Минен исемем — Таймаҫ. Тәүәкәс мәктәбенең 4-се класында уҡыйым. Бәләкәй ваҡыттан алып спортты яратам. Ҙур үҫкәс, атайым кеүек армияға барасаҡмын. Минең бөтә ағайҙарым да әрме хеҙмәтен үтәгән. Атайымдың исеме — Филүс. Ул 2006 — 2008 йылдарҙа Хабаровск өлкәһендә элемтә ғәскәрендә хеҙмәт иткән. Ябай ауыл малайы булыуына ҡарамаҫтан, командирҙар тырыш, талапсан холоҡло, етеҙ егетте тиҙ арала иғтибар үҙәгенә алып ҡуя һәм бер ни тиклем ваҡыт үткәс уны водителдәр отделениеһы командиры итеп тәғәйенләйҙәр.
Оло мәшәҡәттәрҙән арынып, атайым миңә төрлө күнекмәләр өйрәтә. Ул мине ысын ир-егет,Тыуған ил һаҡсыһы итеп үҫтерергә бөтә көсөн һала. Мин һеңлем менән уны бик яратабыҙ, эштән ҡайтҡанын һағынып көтөп алабыҙ. Өләсәйем менән олатайымдарға ла көн дә барып, хәлдәрен белеп тора, туғандарын да онотмай. Әсәйем менән һәр ваҡыт матур итеп һөйләшә. Атай беҙҙең яҡлаусыбыҙ, һаҡлаусыбыҙ! Ул беҙҙең өсөн яҡшы өлгө.
Таймаҫ Бадранов,
4-се класс уҡыусыһы.
Ышаныслы атай ҙа, дуҫ та
Минең атайым Раушан Хәмзә улы Суфийәнов. Ул Муллаҡай ауылында тыуған. Бөгөн беҙ ғаиләбеҙ менән Тәүәкәс ауылында йәшәйбеҙ.
1999 йылда атайым башҡа егеттәр кеүек үк һалдат бурысын үтәргә саҡырыла. Ул Омск ҡалаһына тимер юлы ғәскәренә эләгә. Оҙайлы ике йыл хеҙмәт итә, хәҙер генә анһат — бер йыл.
Физик яҡтан мыҡты кәүҙәле, кешеләр менән тиҙ уртаҡ тел табыусан, аралашыусан, егәрле, сос булғанлыҡтан, хеҙмәт итеүе уға ауыр булмай. Үҙен тик яҡшы яҡтан күрһәткәне өсөн өләсәйем менән олатайыма командирҙары рәхмәттәр әйтә.
Армиянан ҡайтҡас әсәйем Әлиә менән тормош ҡора. Бөгөн улар ҙур йорт һалып сыҡты. Атайым тимер юлында эшләй. Буш ваҡытында беҙҙең менән шахмат уйнарға, балыҡҡа йөрөргә ярата. Эшкә шәп, тынғыһыҙ, бер ваҡытта ла тик тормай. Балалары өсөн ышаныслы атай ҙа, дуҫ та ул.
Беҙ уны ныҡ хөрмәт итәбеҙ, артабан да уның шулай булып ҡалыуын теләйбеҙ.
Суфийәнова Алина,
8-се класс уҡыусыһы.
Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас: