Инйәр
+20 °С
Дождь
Төрлөһөнән...
19 Февраля 2021, 09:34
Петуния сәсер мәл
13, 14, 17, 19, 20, 21, 23, 24, 25, 26 февраль - петуния сәсеү өсөн уңайлы көндәр.
Һуңғы ваҡыттарҙа күптәр петуния ултыртыуҙы хуп күрә. Ул көҙҙөң һуңғы көндәренә тиклем шау сәскәлә булып, ҡала урамдарын, ауыл ихаталарын йәмләй.
Петуния майҙа сәскә ата башлаһын өсөн уны февраль башында сәсәләр. Үҫентегә 12-14 сәғәт яҡтылыҡ кәрәк, өҫтәмә яҡтыртмайса үҫтереп булмай.
Петунияның орлоғо ваҡ, уны тупраҡ өҫтөнә генә һибәләр, һыуҙы — пульверизаторҙан. Ҡар менән ултыртыу яҡшы һөҙөмтә бирә. Уны сүлмәктәге тупраҡ өҫтөнә 1-1,5 сантиметр ҡалынлыҡта һалырға һәм орлоҡтарҙы һибергә. Ҡарҙа ваҡ орлоҡтар яҡшы күренә, тигеҙ сәселә. Пакет йәки быяла менән ҡаплап, шулай уҡ йылы урынға ҡуйырға кәрәк. Ҡар иреп, орлоҡтарҙы тәбиғи рәүештә күмә. Тигеҙ шытып сыҡһын өсөн +23-26 градус йылылыҡ кәрәк.
Петуния, ғәҙәттә, 1-1,5 аҙнанан шытып сыға. Бынан һуң температураны +20 градусҡа тиклем кәметергә кәрәк.
Дилара Бәҙретдинова.
Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"