Инйәр
+9 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
19 Февраля 2021, 09:13

Электән дуҫ булдыҡ

Тирәкле ауылында йәшәүсе Сәйфетдин Шәмсетдин улы Ғәҙелшин район гәзите “Инйәр”ҙе йыл да алдыра.

Добавить в предпочтительные источники Google
42 йыл хеҙмәт стажы булған ил ағаһы бөгөн хаҡлы ялды оҫта файҙаланып, әүҙем тормош алып бара.
— Тормош иптәшем менән баҫманың һәр һанын көтөп торабыҙ һәм яратып уҡыйбыҙ. Хат ташыусылар ҙа гәзит-журналдарҙы ваҡытында килтерергә тырыша. Район гәзитен уҡымайынса булмай! Урындағы ғына түгел республикабыҙҙағы яңылыҡтарҙы ла унан уҡып беләбеҙ. Дауамлы хикәйәләр, файҙалы кәңәштәр, спорт, юбилярҙар рубрикалары, махсус биттәр айырыуса оҡшай.
Бөгөн ҡайһы бер кешеләр гәзиттең хаҡына һылтанып, яҙылмай ҡала, йәштәр интернеттан уҡыйбыҙ,тиҙәр. Бер мең һум хәҙер күп аҡса ла түгел бит. Башҡорт рухлылар, гәзитебеҙҙең тарихын белгәндәр, уны хөрмәт иткәндәр барыбер уны алдырасаҡ.
“Инйәр” менән электән дуҫ булдыҡ, дуҫлығыбыҙға тоғро ҡаласаҡбыҙ, — тигән уй-фекерҙәрен еткерҙе Сәйфетдин ағай.
Дилара Бәҙретдинова яҙып алды.
Автор фотоһы.
Читайте нас