Инйәр
+3 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Төрлөһөнән...
19 Февраля 2021, 07:20
“Административ күҙәтеү” саралары
2021 йылдың 15 февраленән 20-һенә тиклем Башҡортостан Республикаһы территорияһында “Административ күҙәтеү” комплекслы оператив-профилактик саралар үтә.
Ул элек хөкөм ителгәндәрҙе асыҡлауға һәм кәрәк булғанда уларҙы административ күҙәтеүгә алыуға, шулай уҡ административ күҙәтеүҙә ҡатнашҡан бүлексәләрҙе ойоштороуға, суд тарафынан административ сикләүҙәр ҡаралғандар менән эшләүҙә яҡшы һөҙөмтәләргә ирешеүгә йүнәлтелгән.
Сара барышында күҙәтеү аҫтындағыларҙың суд тарафынан ҡаралған административ сикләүҙәрҙе үтәү-үтәмәүҙәре тикшерелә. Иғтибар бигерәк тә превентив (һаҡлыҡ саралары) составлы енәйәттәрҙе асыҡлауға, шул иҫәптән РФ УК-ының 314.1-се статьяһы, РФ КоАП-ның 19.24-се статьяһы буйынса ҡаралған административ хоҡуҡ боҙоуға йүнәлтелә. Административ күҙәтеүҙәгеләр ныҡлы контролдә тотола. Айырыуса, йәмғиәткә юғары ҡурҡыныс янағандар, элек балиғ булмағандарға ҡаршы енси ҡағылғыһыҙлыҡҡа бәйле ауыр енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнеүселәр, ҡурҡыныс енәйәтте ҡабатлаусылар, шулай уҡ террористик характерҙағы һәм экстремистик йүнәлештәге енәйәт нигеҙендә хөкөм ителгәндәр һәм яңы азат ителгәндәр күҙ уңында тотола.
Айгөл Сәйғафарова,
административ күҙәтеү буйынса өлкән инспектор.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Новости
16 Марта , 10:13
Муллаҡай егетенә – Шайморатов ордены!
Новости
16 Марта , 10:08
Кескәйҙәр – йәмғиәт ҡиммәте, тырышлыҡ яҡшы һөҙөмтәләргә юл аса
Новости
16 Марта , 10:07
Художестволы фотоһүрәттәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә
Новости
16 Марта , 10:06
“Йыл оҫтаһы” конкурсына ҡыҙыҡһыныу ҙур
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"