Ысынлап та, күңелдәребеҙҙә байрам — туған телебеҙ йөрәгебеҙҙә рәхәтләнеп тантана итә. Рухыбыҙҙы балҡытҡан-ҡалҡытҡан тел туйы барған кеүек. Сөнки милләтебеҙ, халҡыбыҙ менән ғорурланыу хисе көс бирә беҙгә. “Юлдаш” радиоһы, телевидениела БСТ һәм “Ҡурай” каналдары тормошобоҙҙо башҡортса-татарса йыр-моңдар менән биҙәй. Ауыл китапханалары — ысын хазина: башҡорт телендә яңынан-яңы китаптар донъя күрә…
Ә шулай ҙа булмышыбыҙ, күңел торошобоҙ район яңылыҡтарына мохтаж. Хәҙерге пандемия ваҡытында бигерәк тә. Тормошобоҙ көҙгөһө булған “Инйәр” гәзитебеҙ һәр беребеҙгә кәрәк, айырыуса ошо КОВИД тажзәхмәте, аралашыуҙар кәмегән саҡта. Нисек инде район һулышын, ауылдарҙағы хәл-ваҡиғаларҙы, кеше яҙмыштарындағы үҙгәрештәрҙе, позитив күренештәрҙе, ҡайҙа матур мәҙәни саралар үткәрелеүен, кемдәрҙең ғүмер байрамдары билдәләнеүен белмәй ҡалырға мөмкин? Юҡ. Беҙгә республика баҫмаларын алдырыу ғына етмәй. Үҙ телебеҙҙә баҫылған үҙ гәзитебеҙгә мохтажбыҙ. Йәнебеҙҙе йәшәткән һәм йәшәрткән туған яғыбыҙ ҡәҙерле булған кеүек “Инйәр” гәзитебеҙ ҙә бик ҡәҙерле бит һәр кешебеҙгә.
Тәбиғәтебеҙ ҙә ғәзиз. Гүзәл, йылғыр Инйәр йылғабыҙҙың исеме бирелгән “Инйәр” гәзите лә беҙҙең һәр ҡайһыбыҙға мохтаж. Ошо баҫмабыҙ ауаз һалһын өсөн күпме көс түгелгән! Туған телебеҙҙә рәхәтләнеп мәҡәләләр яҙыр-яҙышыр өсөн үҙ ваҡытында ысын мәғәнәһендә рух көрәше барғанлығын йәш быуын ғына белмәйҙер. Ә оло йәштәгеләр барыһын да иҫләй.
Бөгөн, ошо тажзәхмәт ғәләмәте ваҡытында, редакция хеҙмәткәрҙәренә лә ауыр. Ауылдарға йөрөп гәзиткә яҙҙырырға, мәғлүмәт тупларға, ил, республика һәм райондағы яңылыҡтарҙы түкмәй-сәсмәй һәр кемдең иғтибарына тәҡдим итергә кәрәк. Туған телебеҙҙең бәҫен күтәреү милләтебеҙ өсөн зарур — был беҙҙең дөйөм бурысыбыҙ. Халҡыбыҙҙың киләсәген ҡайғыртыу — йәнебеҙ көрәше. Был маҡсатты тормошҡа ашырыу өсөн гәзит алдырыу ғына етмәй. Унда яҙышырға ла кәрәк. Һәр беребеҙҙән әүҙемлек талап ителә. Айырыуса йәш һәм уртаса быуын вәкилдәре хәбәрләшһен! Инйәр”ҙә, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары үҙ уҡыусыларын яҙышырға өйрәтергә бурыслы. Бәлки, үҙҙәре лә ҡәләм тотор… Эштәре күп булһа ла, ваҡыт табырға мөмкин. Оло йәштәгеләр һымаҡ сәләмәтлектәре ҡаҡшап бармай, хәтерҙәре тотороҡло. 60 йәшкә тиклемгеләр, әүҙем рухлылар, райондаштар, ырыуҙаштар, һөнәр оҫталары, әйтер һүҙҙәре булған милләттәштәр, битараф ҡалмағыҙ! Яҙышайыҡ, уҡыйыҡ, хеҙмәттәшлек итәйек туған телебеҙҙә, “Инйәр”ебеҙҙә!.
Фото — интернет селтәренән.