Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
16 Февраль 2021, 17:10

Прививка яһау бара

Районда коронавирус инфекцияһынан вакцинация эшләү башланды.

Бөгөн урында «Гам-КОВИД-Вак» («Спутник V») вакцинаһы барлығы 255 кешегә яһалған.
«Спутник V» вакцинаһы — COVID-19-ҙы иҫкәртеү өсөн донъяла тәүгеләрҙән булып теркәлгән вакцина. Препарат Рәсәйҙең тура инвестициялар фонды булышлығында академик Гамалея үҙәгендә әҙерләнгән. Ул кеше организмында башҡаса үрсей алмаған, зарарһыҙландырылған аденовирус киҫәксәләренән тора. Аденовирустың генетик өлөшө алып ташланған һәм урынына вирусҡа үҙенсәлекле аҡһымлы (коронавирус “шип”лы) кодлы ген индерелә. Был аҡһым кешегә ҡурҡыныс тыуҙырмай, иммунитетҡа вирусҡа ҡарата дөрөҫ тәьҫир итергә ярҙам итә һәм киләсәктә инфекциянан һаҡлаясаҡ антителалар (иммуноглобулиндар) эшләп сығара.
Пациенттарға тулыһынса һаҡланыр өсөн аденовирус менән ике укол эшләтергә кәрәк, аралары 21 көн тәшкил итергә тейеш. Беренсе этапта иммунитет барлыҡҡа килә, киләһендә — ул көсәйә. Яҡын арала вакцинаның яңы партияһының килеүе көтөлә.
Хөрмәтле Архангел районы халҡы! Архангел үҙәк район дауаханаһында яңы коронавирус инфекцияһынан вакцинация эшләү тулы рәүештә башҡарыла. “Гам-Ковид-Вак” прививкаһын яһатыу бушлай. Бының өсөн Дәүләт хеҙмәте йәки үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһының регистратураһы аша алдан яҙылырға кәрәк. Вакцинациялау көнө һәм ваҡыты күрһәтелгән телефон номеры аша килешәсәк. Һорауҙар менән 8(347)74-2-82-82 телефон номеры буйынса дауахана поликлиникаһының регистратураһына йәки 8(347)74-2-82-35 номеры буйынса беренсел һәм махсуслаштырылған медицина ярҙамы күрһәтеү бүлеге мөдире Айгөл Иршат ҡыҙы Игзаковаға, шулай уҡ 8(347)74-2-82-95 номеры буйынса Архангел үҙәк район дауаханаһының “ҡыҙыу бәйләнеш”енә лә мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Айгөл Иғзакова,
үҙәк район дауаханаһының беренсел һәм махсуслаштырылған медицина ярҙамы күрһәтеү бүлеге мөдире.
Фото — интернет селтәренән.
Читайте нас: