Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
16 Февраль 2021, 17:01

Берҙәм ял — ғаиләне нығыта

Нимә ул “Ғаилә ялы”?

Ғаилә ялы — төрлө алымдарҙы берләштереп, ғаилә менән эшләүгә йүнәлтелгән профилактик сара. Бындай ялдар Башҡортостан Республикаһының “Ғаилә” үҙәктәрендә һәр айҙың һуңғы шәмбе көнөндә уҙғарыла.
“Ғаилә ялы”ның төп идеяһы — ғаиләнең барлыҡ ағзаларының сарала әүҙем ҡатнашыуы. Берҙәм ял итеү ғаиләне нығыта, берләштерә, ата-әсәләргә бала менән дөрөҫ аралашыуҙа белемдәрен, тәжрибәләрен арттырыу мөмкинлеген бирә. Ойошторолған яңы хеҙмәттәшлек ғаилә эсендә һөҙөмтәле, яҡшы бәйләнеш, дөйөм маҡсаттарҙы булдырырға, ышаныс тыуҙырырға һәм бер-береңде аңларға ярҙам итә.
Ғаиләләрҙе хуплауға, күтәреүгә йүнәлтелгән киң күләмле сарала теләгән һәр ғаилә ҡатнаша ала, махсус һайлап алыу юҡ. Уның маҡсаты булып ғаилә эсендәге мөнәсәбәттәрҙе нығытыу, ижади үҫешкә ылыҡтырыу, ата-әсәләрҙең яуаплылығын, ғаиләнең берҙәм ялын популярлаштырыу һәм ғаилә сәйәсәтендә белемде үҫтереү тора.
“Ғаилә ялы” ата-әсәләрҙең һәм балаларҙың берҙәм ижади һәм социаль әһәмиәтле ялын ойоштора; ғаиләгә психологик һәм педагогик яҡтан белем бирә; ғаиләнең социокультуралы мөмкинлектәрен эҙләй һәм үҫтерә; ғаилә ҡиммәттәрен, байрамдарын, йолаларын популярлаштыра; йәмғиәттең иғтибарын ғаилә сәйәсәтенең үҫешенә ылыҡтыра һәм башҡалар.
Беҙҙең районда ла “Ғаилә ялы” үтеп тора. Йыл башында яңы йыл каникулдары мәлендә “Ҡышҡы уйындар” тип аталған сара ойошторолдо. Унда беҙҙең белгестәр мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре менән бергә мауыҡтырғыс конкурстар, спорт ярыштары һәм башҡа бәйгеләр уҙғарҙы. Ғинуарҙың һуңғы көндәрендә сираттағы “Ғаилә ялы” Абҙан ауылында булды. Унда социаль оҙатыуҙа торған ғаиләләр ҡатнашты. Сара барыһының да күңеленә хуш килде.
“Ғаилә ялы” сараһы тураһында “Ғаилә” социаль ярҙам күрһәтеү район-ара үҙәгенең Архангел районындағы филиалының социаль битендә күҙәтеп барырға мөмкин.
Ләйсән Абдрахманова,
ғаилә менән эшләү буйынса белгес.
Фото — интернет селтәренән.
Читайте нас: