Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
12 Февраль 2021, 18:48

“Сәләм, Республика!”ла — архангелдәр

5 февраль «Сәләм» тапшырыуы редакцияһында “Сәләм, Республика!” проектының “Беҙ бергә” этабында Архангел районының йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, данлыҡлы нәҫелдәре хаҡында тура эфирҙа әңгәмә барҙы.

Шулай уҡ сәләмәт йәшәү рәүеше, төбәккә генә хас милли уйындар, спорт ярыштары тураһында ла һүҙ булды. Эфирҙа район хакимиәтенең мәғлүмәт һәм аналитика бүлеге хеҙмәткәре Эльвира Ғәлина, саңғы ярышы буйынса спорт мастеры, 63-сө янғын һүндереү-ҡотҡарыу часы хеҙмәткәре Роберт Фәйзуллин, район мәҙәниәт һарайының художество етәксеһе Сәриә Мағазова, Архангел мәғлүмәт үҙәге директоры, “Инйәр”, “Архангельский вестник” гәзиттәренең баш мөхәррире Гөлшат Закирова сығыш яһаны.
Гөлшат Зөфәр ҡыҙы районыбыҙҙың әүҙем, дәртле кешеләре тураһында бәйән итте. Халыҡтың, бигерәк тә оло йәштәгеләрҙең, район гәзиттәре аша бер-береһе менән бәйләнеш тотоуҙары, үҙҙәренең ижад емештәре менән уртаҡлашыуҙары, йәштәр һәм үҫмерҙәр араһында туған телебеҙҙә сыҡҡан баҫмаға ҡыҙыҡһыныу, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү маҡсатынан ағартыу эштәре алып барылыуы хаҡында төплө фекерҙәрен еткерҙе. “Инйәр” гәзитенең туған телебеҙ, тарихыбыҙ һағында тороуына баҫым яһаны.
Шулай уҡ “Тулҡын” ижади берекмәһенең, район ағинәйҙәренең һөҙөмтәле эшмәкәрлектәрен, быйыл иғлан ителгән “Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек” йылында ҡуйылған маҡсаттарҙы, эштәрҙе билдәләп үтте.
— Даими рәүештә ижади берекмә ағзалары менән төрлө сараларҙың ойошторолоуы, йәштәрҙең уға ҡушылыуы, мәктәптәрҙә фәһемле осрашыуҙарҙың уҙғарылыуы — барыһы ла туған телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, тарихыбыҙҙы, халҡыбыҙҙы һаҡлау, артабан үҫтереү, сәләмәт тормош алып барыу маҡсатында башҡарыла, — тип сығышын йомғаҡланы Гөлшат Зөфәр ҡыҙы.
Дилара Бәҙретдинова.
Фото — интернет селтәренән.
Читайте нас: