Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
8 Февраль 2021, 17:09

“Ҡыҙҙарға биргеһеҙ”

Районыбыҙҙың йөҙөк ҡашы булған "Хазина" бейеү коллективы тураһында яҙып үткем килә.

12 йыл элек иң әүҙем, дәртле хаҡлы ялдағы ханымдар ошо ижади төркөмгә йыйылды. Төрлө өлкәлә эшләгән, тормошҡа ла төрлө ҡараштары булған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы бейеү сәнғәтенә һөйөү, ҡыҙыҡһыныу бергә тупланы. Артабан һәр кем үҙенең әхирәттәрен, таныштарын коллективыбыҙға әйҙәне. Шулай итеп үҙебеҙҙең "Хазина" фольклор төркөмөнә нигеҙ һалына. Гүзәл заттарыбыҙ мәҙәниәт йортонда аҙнаһына ике-өс тапҡыр йыйылып, бейеп, аралашып, көс, дарман, рух алып, буш ваҡыттарын файҙалы һәм мауыҡтырғыс итеп уҙғара.
Баштараҡ урындағы халыҡ алдында ғына сығыш яһаған “хазина”лар тора-бара республикала үткәрелгән сараларҙа ла үҙҙәрен күрһәтә башланы. Мәҫәлән: "Байыҡ", "Мин тормошто, яратам!", "Дуҫлыҡ" форумдарында, "Сәләм, Республика!" теле-марафонда, "Костюм" байрамдарында һәм башҡа иҫәпләп тә бөткөһөҙ сағыу сараларҙа районыбыҙҙың данын яҡланы.
Әлеге мәлдә "Хазина" төркөмөнә 10-12 ҡатын-ҡыҙ йөрөй. Уларҙың араһынан 71 йәшен тултырған, ҡыҙҙарға биргеһеҙ Зәбирә Фәйрүшә ҡыҙы Кәримова менән таныштырып үтәйем. Зәбирә Фәйрүшә ҡыҙы тыумышы менән Кушнаренко районынан. Архангелгә торлаҡ-коммуналь хужалығына төҙөлөш мастеры итеп эшкә ебәрелә, ғүмер буйы ошонда эшләп, сынығып, хужалыҡтың етәксеһе, аҙаҡ “БТИ” етәксеһе итеп үрләтелә һәм хаҡлы ялға киткәнсә үҙ һөнәренә тоғро ҡала.
Өйҙә уңған хужабикә, балаларына яратҡан әсәй ул. Баҡсаһында матур сәскәләр үҫтереүсе, бейеүсе, тегенсе, яҡшы кәңәшсе, дуҫ, иптәш булған Зәбирә апайҙы хөрмәт итмәгән кеше юҡ. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, оҫта бейеүсебеҙ үҙенең зифа буйы-һыны, етеҙ, шыма хәрәкәттәре, ташып торған ыңғай дәрте менән барыбыҙҙы ла таң ҡалдыра. Тынғыһыҙ төркөмдәшебеҙгә ижади уңыштар, һаулыҡ, ғаилә именлеге теләп ҡалабыҙ.
Рәсимә Мөхәмәтйәрова.
“Хазина” төркөмө етәксеһе.

Читайте нас: