Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
8 Февраль 2021, 16:50

Уңыштар ҡыуандыра

Убалар ауылында уҙғарылған барлыҡ байрамдар, ял саралары бер ваҡытта ла “Гөлнәзирә” фольклор төркөмө ҡатнашлығынан башҡа үтмәй.

Улар мәҙәни тормошобоҙҙоң йөҙөк ҡашы булып тора.
Дәртле төркөм ағзалары үткән йыл, коронавирус арҡаһындағы сикләүҙәргә ҡарамай, ситтән тороп булһа ла район, республика, төбәк-ара бәйгеләрҙә ҡатнашып ауылыбыҙҙың, районыбыҙҙың данын яҡланы.
Интернет селтәре аша әле был, әле теге ижади ярыштарҙың ойоштороласағы тураһында хәбәрҙар булған үҙешмәкәр артистар йәһәт кенә кәңәшләшеп, “һә” тигәнсе берәй нәмә уйлап таба һалалар. Артабан конкурс шарттарын өйрәнеп, үтәп, сағыу сығыштарын ебәреп тә ҡуялар. “Гөлнәзирә”ләр ситтән тороп ярыштарҙа ҡатнашыу алымын үҙләштереп, шулай йыл дауамында әүҙемлек күрһәтте.
Тырышлыҡтары бушҡа булманы, жюри ағзалары барлыҡ ижади емештәргә тейешле, ғәҙел баһа бирҙе. Һөҙөмтәлә бихисап Маҡтау ҡағыҙҙарына, сертификаттарға һәм дипломдарға лайыҡ булдылар. Улар Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған “Уҡырға, белергә, иҫләргә” тигән шиғыр һөйләүселәр конкурсында, “Халыҡ йырҙарын башҡарыусылар”, “Таҡмаҡ-фест”, “Таҡмаҡ-балт” һәм башҡа бәйгеләрҙә лә үҙ көстәрен һынап ҡараны.
Берҙәм, ойошҡан хеҙмәттәшлек итеү, ҡыйынлыҡтарҙан ҡурҡмай алға ынтылыу һәм әлбиттә көслө рухлы булыу, һис шикһеҙ, еңеүгә еткерә. “Гөлнәзирә”ләргә алдағы йылдарҙа ла ижади бейеклектәр яулауҙарын теләп ҡалам.
Ғайса Абдуллин,
Убалар ауылы.
Читайте нас: