Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
8 Февраль 2021, 16:21

Тирәклеләр әүҙемдәр

Яңы йылды һәр бала көтөп ала! Сөнки ул иң күңелле байрамдарҙың береһе!

Тирәкле мәктәбендә лә Яңы йыл байрамы гөрләп үтте! Быйыл уны үткәреү форматы икенсерәк булһа ла, алдан әҙерләнеп ҡуйҙыҡ: урамда шыршы биҙәнек, сараның бөтә атрибуттарын баҡсала үҫкән ағастарға элеп ҡуйҙыҡ. Байрам бик күңелле үтте: Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу, Мәскәй әбей, Ҡар бабай, Шыршыҡай һәм башҡалар байрамға йәм өҫтәне. “Яңы йыл йыры”, “Байрам ҡул эштәре”, “Әкиәт тәҙрәләре” кеүек конкурстар барыһына ла оҡшаны. Тамаша аҙағында балалар Ҡыш бабаайҙан бүләктәр алып һөйөндө. Үткән йылға йомғаҡ яһап, яңы йылға пландар ҡороп, бер-беребеҙҙе байрам менән ҡотлап, таралыштыҡ!
Бағыусыларыбыҙға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерге килә. Сирғажина Венера Ғәлләметдин ҡыҙы һәм Шайхина Алина Айбулат ҡыҙы уҡыусылдарға оло шатлыҡ бүләк итте. Уларҙың эштәрендә уңыштар ғыны юлдаш булһын! Был байрам һәр беребеҙҙе күңелендә матур иҫтәлектәр ҡалдырыр тип ышанғы килә.
***
Түңәрәктәр эшмәкәрлеге
Тирәкле мәктәбендә тәрбиәүе эштәргә бик ҙур иғтибар бүленә. Мәктәптә биш төрлө түңәрәк эшләй: “Оҫта ҡулдар” (етәксеһе Г. Я. Тажетдинова), “Саңғы”, “Азимут” (М. М. Ғильманов.), “Йәш хәбәрсе” (А. Х.Ғилманова), “Тәбиғәт дуҫтары” (Г. Ф . Фәйрузова). Уҡыусылар унда бик дәртләнеп йөрөй.
Тәбиғәттең йәш дуҫтары ошо йылда төрлө сараларҙа ҡатнашты:“Ҡағыҙһыҙ бер көн” акцияһында макулатура йыйып тапшырҙыҡ – 220 килограмм, “Терпене ҡотҡар” — 78 килограмм батарейкалар йыйҙыҡ.Уларҙы Башҡортостандың экология ойошмаһынан килеп алып киттеләр.
Бындай саралар тәбиғәткә ҡарата иғтибарлылыҡ, мәрхәмәтлелек тәрбиәләй, ә был сифаттар әлеге ваҡытта иң мөһимдәрҙең береһе булып тора.
“Оҫта ҡулдар” түңәрәгенә йөрөгән балалар район кимәлендә үткәрелгән конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулайны. «Азимутта” – туризм серҙәре үҙләштерелде, “Саңғы” түңәрәгендә – ярыштарға әҙерләнәләр.
Тағы бер һөйөнөслө хәбәребеҙ бар. Йәй көндәре мәктәп баҡсаһында тырышып эшләп, ҡарағат, бәрәңге үҫтереп, уларҙы һатып, күп кенә аҡса эшләнек һәм Яңы йыл байрамы алдынан мәктәпкә музыкаль үҙәк алдыҡ.
Әйтергә кәрәк, каникул осоронда ла мәктәп түңәрәктәре үҙ эштәрен дауам итте.
***
Күңелле каникулдар.
Каникул осоро булһа ла, Тирәкле мәктәбе гөрләп торҙо. Алдан төҙөлгән план буйынса төрлө саралар үткәрелде.
2 ғинуар көнө “Тағараҡ эшлә” тигән республика конкурсында уҡыусылар ҡанатлы дуҫтарына тағараҡтар эшләп элде. Тәүҙә ҡоштарҙың тормошо менән таныштыҡ, ҡыш көндәре уларға ризыҡ табыуы ауырлашыуын, ниндәй аҙыҡ менән туҡланыуын белдек һәм уларға тағараҡтар яһап, емдәр һалып, ағастарға элеп сыҡтыҡ. Гөлнара Фәрит ҡыҙы Фәйрузова ойошторған “Ҡауырһын калейдоскоп” исемле викторина бик сәмле уҙҙы.
4 ғинуар балалар Ғилманов Марсель Мәхмүт улы етәкселегендә саңғы менән урманға экскурсияға барҙы, тауҙан шыуып, саф һауала рәхәтләнеп ял итте. Иртәгәһе көн мәктәп алдындағы майҙансыҡ күңелле музыка тауышына күмелде. Был көндө “Яңы йыл ғаилә уйындары - 2021” тигән фестивалдең мәктәп этапы үтте. Был сарала өс ғаилә ҡатнашты: Нурзил, Гөлиә Мозафаровтар һәм уларҙың улдары Искәндәр; Алина, Марсель Ғилмановтар улдары Арслан; Зөбәржәт, Фәнил Ғайсиндар улдары Артур менән.
Ата-әсәләр һәм балалар төрлө ҡышҡы уйындар буйынса көс һанашты: санала шыуҙылар, тюбингта бер береһен һөрәтеп йөрөттөләр, туп менән хоккей уйнанылар. Сара ҡарҙа футбол тибеү менән тамамланды. Бәйгеселәрҙең бөтәһе лә грамоталар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Ғаилә байрамын ойоштороусы Олеся Шамил ҡыҙы Юлыбаева, Гөлфиә Йыһанур ҡыҙы Тажетдинова, Гөлсинә Ғәлләмитдин ҡыҙы Фазылова был юлы ла үҙҙәрен һынатманы.
Гөлнара Фәйрүзова,
тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары.
Тирәкле мәктәбе.
Читайте нас: