Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
8 Февраль 2021, 16:26

Тәүгеләрҙән булып

Убалар ауылы халҡы “Инйәр” гәзитенә 2021 йылдың тәүге яртыһына дәррәү яҙылды.

Хат ташыусылар араһында ойошторолған бәйге лә ошоно дәлилләне — убалылар афариндар!
Гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы Әлмира Юламанова үҙенең әхирәттәре, күршеләре Мәрзиә Әғзәмова, Зөбәйҙә Йәнешева, Әнисә Вәлиева, Зилара Ниғмәтуллина, Рәмзиә Йәнешева, Раушания Юлъяҡшиналар менән гәзиткә тәүгеләрҙән булып яҙылған.
— “Инйәр” гәзитен сыға башлағанынан бирле бер ҡалмай алдырам. Ул районыбыҙ башҡорттарын берләштергән, туған телебеҙҙә баҫылған берҙән-бер милли гәзит. Шуға күрә башҡорт рухы булған милләттәштәребеҙ уны мотлаҡ күтәрергә, йәшәтергә тейеш тип уйлайым. Гәзиттең тиражы булһа ул йәшәйәсәк, әгәр ҙә мәгәр аҡсабыҙҙы йәлләп яҙылмай ҡалһаҡ, башҡорт гәзите бөтөрөлөүе ихтимал. Аҙаҡ үкенерлек булмаһын, “Инйәр”ҙе һаҡлап ҡалыр өсөн ҡулыбыҙҙан килгәнсә ярҙам итәйек. Алты айға яҙыла алмаған осраҡта өс ай алдырайыҡ та, артабан дауам итәйек. Теләк кенә кәрәк!
Мин үҙем 2021 йылға “Инйәр”, “Башҡортостан”, “Киске Өфө”, “Йәшлек”, “Башҡортостан ҡыҙы”, “Бәрәкәт” баҫмаларына яҙылдым, ә ейән-ейәнсәрҙәремә “Аҡбуҙат” журналын бүләк иттем.
Матбуғатһыҙ йәшәүҙе күҙ алдына ла килтермәйем. Яңылыҡтарҙы, күңелеңә оҡшаған хикәйәләрҙе, файҙалы кәңәштәрҙе һәм башҡаларҙы — барыһын да ошонда табаһың.
Яҡташтар, “Инйәр”гә яҙылайыҡ, уны һаҡлайыҡ һәм артабан үҫтерәйек! — тип тамамланы һүҙен Әлмира Юламанова.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас: