Бик еңел һәм бик ябай. Уның менән Архангел ауылынан танышым Сәриә Ишкинина уртаҡлашты.
Алланың биргәненә сикһеҙ рәхмәтлемен. Миңә файҙаһы бик ныҡ тейҙе. Ярты төндә услап дарыу ашай инем. Бына, шул төнәтмәләрҙе яһап эсә башлағас, Аллаға шөкөр, дарыуҙар ҡулланмай башланым. Беренсе порцияны эсеп бөтөрөүгә үк, Аллаһ ярҙамы менән, файҙаһын күрҙем.
Ҡан баҫымынан, быуындар һыҙлауынан.
Өс литрлы банкаға ике уртаса ҙурлыҡта сей ҡыҙыл сөгөлдөрҙө таҙартып, шаҡмаҡлап турап һалдым. Өҫтөнә бүлмә температураһындағы ҡайнаған һыу ҡойҙом. Бер сәйҡалағы ҡорт балын ярты стакан һыуҙа болғатып, банкаға ҡойҙом. Әҙ генә асыҡ ҡалдырып, капрон ҡапҡас яптым. Биш көн һалҡынса урында тотҡас, өҫтөндәге күбеген йыйып алып, марля аша һөҙөп, төнәтмәне ашар алдынан, йә ашағандан һуң, көнөнә дүрт тапҡыр 0,5 стакан эстем. Хәҙер Аллаға шөкөр быуындарым ауыртмай!
Элек бик этләндем. Иртән аяҡҡа баҫыр өсөн, төндә 2-3 тороп, 2-шәр таблетка ибупрофен эсә инем (сәғәт 6-ла һәм 12-лә). Шул таблеткаларҙы эсмәһәм, аяҡҡа баҫып булмай торғайны. Ниндәй генә мазь, гель, үҙем яһаған төнәтмәләр ҡулланманым! Ә улар барыһы ла ауыртыуҙы ваҡытлыса ғына баҫты. Ошо төнәтмәне яһап эсә башлағас, дарыуҙарҙы онотоп барам, Алланың биргәненә шөкөр!
Элек ҡан баҫымы менән дә бик этләндем: 200*110-ға саҡлы күтәрелә ине. Хәҙер нормала! Алланың оло рәхмәте инде был!
Бер литр һыуҙы ҡайнатып һыуытаһың. Шуға:
биш бөртөк ҡара йөҙөм, өс аш ҡалағы шәкәр, дүрт аш ҡалағы түңәрәк сей дөгө һалып, биш көн һалҡынса урында тотаһың да, һыуын һөҙөп алаһың. Банкала ҡалған төнәтмә өҫтөнә яңынан һыу һалып ҡуяһың. Һөҙөп алған һыуҙы ашағансы, йә ашағас, көнөнә өс тапҡыр 0,5 стакан эсәһең. Дауаланыу срогы бер ай. Файҙаһы беренсе порциянан уҡ тейҙе. Мин өс порция эстем. ????Арҡамдың ауыртыуына сыҙай алмағас, илаған саҡтарым күп булды. Ниндәй генә дарыу, мазь, гель ҡулланманым. Береһе лә ярҙам итмәне. Шуға күрә һеҙгә лә шуларҙы яһап, эсеп ҡарағыҙ әле, тип, кәңәш итеүем.
Дилара Бәҙретдинова яҙып алды.