Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
8 Февраль 2021, 15:58

“Минең милли аш-һыуым”

15 ғинуар 1-се Архангел мәктәбенең ашханаһында “Минең милли аш-һыуым” тип аталған флешмоб үтте.

Уны БР Мәғариф һәм фән министрлығы менән район хакимиәте ойошторҙо. Сарала мәктәптең ашнаҡсыһы Лилиә Исхаҡова, хеҙмәт дәресе уҡытыусыһы Гөлназ Фәйрузова һәм 9-10-сы класс уҡыусылары ҡатнашты.
Мәртәбәле акцияның төп маҡсаттары булып уҡыусыларҙа дөрөҫ һәм файҙалы туҡланыуға ҡыҙыҡһыныу уятыу, аш-һыу, милли аш-һыуҙарҙы әҙерләүгә өйрәтеү, сәләмәт тормош рәүешен алып барыу, үҙең йәшәгән төбәктең милли аш-һыуҙарын белеү, популярлаштырыу, мәктәп ашнаҡсыһы һөнәренең бәҫен күтәреү торҙо.
Алдан килешеү буйынса ҡыҙҙар ашнаҡсы менән берлектә тәбиғи таҙа продукттарҙан Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың милли аштарын бешерергә тейеш ине. Был көндө төрлө мәктәптәрҙә бишбармаҡ, туҡмас, ҡуллама, һалма, йыуаса, ҡыҫтыбый, бауырһаҡ, бәрәмәс, ҡош теле һәм башҡа милли аштар әҙерләнде.
1-се Архангел мәктәбе ҡыҙҙары өлкән ярҙамсылары менән бауырһаҡ, сәк-сәк, ваҡ бәлеш, өсмөйөш, ҡош телен бешерҙе. Элина Хөсәйенова, Аделия Ҡотләмәтова, Арина Алексеева, Анастасия Дунаева үҙ оҫталыҡтарын лайыҡлы күрһәтте.
Дилара Бәҙретдинова.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас: