Инйәр
+20 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
8 Февраля 2021, 12:18
Күсемһеҙ милеккә хоҡуҡты теркәү
Башҡортостанда ҡала ситендәге күсемһеҙ милеккә хоҡуҡты теркәү-регистрациялау 30 процентҡа артҡан.
Был турала Башҡортостан Республикаһы буйынса Росреестр идаралығының мәғлүмәт хеҙмәте хәбәр итә.
Башҡортостанда ведомство аша шәхси торлаҡ төҙөү (ИЖС) өсөн йәки шәхси хужалыҡ алып барыу (ЛПХ) өсөн бүленгән ер биләмәләрендә шәхси торлаҡ төҙөү объекттарына 2019 йылда 3 485 хоҡуҡ теркәлһә, 2020 йылда 4470-кә тиклем артҡан. Үҫеш 28 процентҡа күтәрелгән. Уҙған йыл күрһәткесе шулай уҡ 2018 йылдыҡынан күберәк (3426 объект) .
Башҡортостан Росреестры шәхси торлаҡ төҙөү йәки шәхси хужалыҡ алып барыу өсөн бүленгән ер биләмәләрендәге күсемһеҙ милектәргә хоҡуҡтарҙы регистрациялау “дача амнистияһы” тип аталған ябайлаштырылған тәртиптә башҡарылыуы тураһында хәтергә төшөрә. Уның эшмәкәрлек ваҡыты 2026 йылдың 1 мартына тиклем оҙайтылды. Бындай объекттарҙы теркәү өсөн техник план һәм ер биләмәһенә хоҡуҡты раҫлаусы документ ( әгәр ҙә ергә хоҡуҡ элек теркәлмәгән булһа) кәрәк.
Наталья Шаһиева,
Росреестрҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе ярҙамсыһы.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"