Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
8 Февраль 2021, 17:26

Ир-егеттең йәшен һорамайҙар…

“Ир-егеттең йәшен һорамайҙар… Ә эшләгән эшен һанайҙар.”

Радиоалғыстан ошондай йөкмәткеле бик матур, аһәңле йыр ағыла. Ысынлап та, күпме тәрән мәғәнә һалынған был һүҙҙәргә. Ә бит беҙҙең арала ла тыуған ауылы, халҡы өсөн янып, уның йәшәйешен алға табан әйҙәгән ир-егеттәребеҙ бихисап. Тап ошондай кешеләрҙең береһе ул беҙҙең Рәис Ишмырҙа улы Мостафин.
Бөгөн Тәүәкәс мәктәбе коллективының ныҡлы тупланған, берҙәм булыуы етәксебеҙҙең эште дөрөҫ ойоштора белеүенең һөҙөмтәһе. Һәр эшкә етди һәм ныҡлы уйлап тотоноуы ла ҙур ихтирамға лайыҡ. Ниндәй генә мәсьәлә килеп сыҡһа ла, бер ваҡытта ла ҡырҡа өҙөп яуап бирмәҫ, ә уйлап, бизмәнгә һалып үлсәп, дөрөҫ һығымта сығарыр кеше ул Рәис Ишмырҙа улы.
Һуңғы йылдарҙағы оптимәлләштереү еле бик күп белем биреү усаҡтарына ҡағылған мәлдә, директорыбыҙҙың дөрөҫ күҙаллауы арҡаһында, беҙ мәктәбебеҙҙе һаҡлап ҡала алдыҡ һәм әлеге мәлдә дәртләнеп, илһамланып балаларға белем бирәбеҙ.
Уҡытыусыларҙың һәм уҡыусыларҙың тырышлығы йыл һайын яңы еңеүҙәргә, яҡшы һөҙөмтәләргә килтерә. Мәҫәлән, коллективыбыҙҙа бер уҡытыусы район методик берекмәһе етәксеһе булып тора. Ике йыл рәттән “Йыл уҡытыусыһы” район бәйгеһендә еңеүсе исемдәренә лайыҡ булдыҡ. Республика кимәлендә лә төрлө бәйгеләрҙә, сараларҙа әүҙем ҡатнашып, районыбыҙҙың данын яҡлау бәхете тейҙе беҙгә. Башҡарылған барлыҡ ошо эштәрҙә лә етәксебеҙҙең ярҙамын, хәстәрлеген тойҙоҡ.
Итәғәтле, тыныс, сабыр холоҡло, оло йөрәкле директорыбыҙ хеҙмәттәштәренең ныҡлы таянысы, ярҙамсыһы. Йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Шуға күрә лә районда ла, ауылда ла уның абруйы ҙур. Әйткәндәй, былтыр Архангел районы тураһында сыҡҡан Энциклопедияға мәғлүмәттәр туплауҙа ла ул тос өлөш индерҙе.
Илһөйәр рухлы, тыуған ауылы, мәктәбе өсөн йән атҡан ир-уҙаман ошо көндәрҙә ғүмеренең сағыу миҙгеленә аяҡ баҫты. Шул айҡанылы Рәис Ишмырҙа улына ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, тынғыһыҙ эшендә уңыштар теләйбеҙ.
Тәүәкәс мәктәбе уҡытыусылары коллективы.
Читайте нас: