Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
8 Февраль 2021, 17:32

Хоҙайҙың рәхмәте яуа торған ай

Рәжәбтән һуң шәғбан, рамаҙан тыуасаҡ.

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә: «Рәжәб — Аллаһ Тәғәләнеке, шәғбан — минеке, рамазан — өммәтемдеке», — тигән. Тимәк, әле Аллаһ Тәғәләнең айында ғүмер кисерәбеҙ.
Рәжәбтә изге рәғәиб кисе бар. Ул — Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең атаһы Ғабдулла менән әсәһе Әминәнең никахлашыу ваҡыты. «Ҡөрьән Кәрим»дә: «Кем дә кем бер изгелек ҡылһа, Аллаһ Тәғәлә уға ун тапҡыр артыҡ сауап яҙыр», — тиелгән. Ә рәжәбтә эшләнгән яҡшылыҡҡа — 70, шәғбандағыға — 700, ураҙа мәлендә мең мәртәбә артыҡ яҙылыр.
Кем рәжәб айының беренсе биш көнөндә ураҙа тотһа, уның Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһында Ожмахҡа инергә хаҡы булыр. Бер көн ураҙа тотоусыға мең йыл ураҙа тотҡан кеүек һәм мең ҡол азат иткән сауаптар яҙылыр. Кем был айҙа саҙаҡа бирһә (изгелек ҡылһа), мең динар саҙаҡа биргән кеүек булыр. Хоҙай ул кешенең тәнендә булған һәр сәс бөртөгөнә меңешәр әжер яҙыр, меңләгән дәрәжәгә күтәрер, меңләгән гонаһын юйыр. Әлеге айҙа Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн «Ихлас» сүрәһен күп итеп уҡырға кәрәк. Айырым хөрмәт булһын өсөн һәр көн 11 тапҡыр «Ихлас», тәүхид, истиғфар һәм салауатты уҡырға тырышырға кәрәк. Шулай уҡ һәр көн башында һәм һуңында етешәр тапҡыр «Фатиха» менән 100 мәртәбә «Ихлас» сүрәләрен уҡыу бик сауаплы эш. Ошо айҙың 1-се һәм 10-сы көндәре, 11-се һәм 20-се һәм 21-се менән 30-сы көндәре араһында бер тапҡыр ҡылынасаҡ ун рәҡәғәт Хәжәт намаҙы бар. Барыһының да ҡыланышы бер үк. Был намаҙҙарҙы аҡшамдан һуң да, йәстүнән һуң да үтәргә була. Йома кисәһе, дүшәмбе кисәләрендә һәм айырым тәхәджүд ваҡытында ҡылыу өҫтөн. Был 30 рәҡәғәтлек намаҙҙы ҡылыусылар бәхеткә ирешер, тип әйтелә. Аллаһы Тәғәлә: «Рәжәб айында мин асыуымды бикләп ҡуйырмын, рәхмәтем ямғыр кеүек яуыр», – тип әйткән. Ошо мөбәрәк айҙа изге ғәмәл-ғибәҙәттәрегеҙгә әжер-сауап 100 мәртәбә артыр. Башҡа саҡта өйрәнгән һәм уҡыған Ҡөрьәндең бер хәрефенә – ун сауап булһа, тимәк, изге айҙарҙа өйрәнгән бер хәрефебеҙгә мең сауап яҙылыуы мөмкин. Ә рамаҙан айында иһә бер хәрефкә ете меңгә тиклем өҫтәлә. Изге рәжәб, шәғбан, рамаҙан айҙарында, яман эштәребеҙҙән һаҡланып, изге эштәрҙе күберәк башҡарһаҡ, Аллаһы Тәғәләнең рәхмәте беҙгә лә булыр.
Мәғлүмәт имам-хатиб Нәзир Сабитовтың сайтынан алынды.
Читайте нас: