Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
8 Февраль 2021, 17:14

Эскән килеш руль артында

Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы район-ара суды хөкөмө менән Архангел ауылы гражданы РФ Енәйәт кодексының 264.1-енсе статьяһы нигеҙендә (водителде яңынан иҫерек килеш автомобиль руле артына ултырғаны өсөн хөкөм итеү) хөкөм ителде.

Суд 32 йәшлек граждандың быға тиклем дә РФ Енәйәт кодексының 264.1-енсе статьяһы нигеҙендә эскән килеш машина йөрөткәне өсөн хөкөм ителеүенә ҡарамаҫтан, тағы ла иҫерек килеш ВАЗ маркалы автомобиле менән идара итеүе асыҡланды. Суд ултырышында хөкөм ителеүсе үҙ ғәйебен таныны.
Һөҙөмтәлә, был водитель ете айға иркенән мәхрүм ителде. Өҫтәүенә, өс йылға автомобиль менән идара итеү хоҡуғынан ҡолаҡ ҡаҡты.
Тимәк, Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 264.1-се статьяһына ярашлы, ҡабаттан эскән килеш тотолған водителдәр административ яза менән генә ҡотола алмай. Закон боҙоусыларҙы иҫкәртеү сараһы булған административ язаның уйландырмауы, ҡурҡытмауы билдәле. Ә бит эскән килеш руль артына ултырған водитель башҡаларҙың ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя.
Алексей Ротков,
район прокуроры.
Читайте нас: