Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
8 Февраль 2021, 17:29

“Аятел көрси”

Мәрйәм һөйләй:

— Мәҙрәсәбеҙҙә уҡыу бик һуң бөттө. Әсәйем борсолоп тормаһын өсөн ҡыҫҡа юлдан, парк аша ҡайтырға булдым. Урамда ҡараңғы ине. “Аятел көрси”ҙе уҡый-уҡый парк аша йүнәлдем. Ни ғәжәп: ҡайһылыр мәлдә артымдан оҙон ғына кәүҙәле, баһадир бер ир-аттың килеүен күреп ҡалдым. Күңелемдә ҡурҡыу булһа ла, “Аятел көрси” ҙе уҡый-уҡый юлымды дауам иттем. Әлеге кеше мине ҡыуып етте лә, миңә йылмайып уҙып китте. Парктың осонда бик борсоулы хәлдә әсәйем мине көтөп тора ине.
— Әсәй, ниңә шул тиклем борсолаһың? — тип һораным. Әсәйем:
— Ярты сәғәт алда ғына ошо паркта күрше ҡыҙ менән күңелһеҙ хәл булған. Шуға күрә һине ҡаршы алырға килеп еттем, — тине.
Өйгә ҡайтҡас күрше ҡыҙын йыуатырға, тынысландырырға тип керҙем. Икенсе көндө полиция хеҙмәткәрҙәре ҡыҙҙы саҡыртып алды. Мин дә уның менән бергә барҙым. Шик аҫтында булған бер нисә ирҙе тотҡандар. Күрше ҡыҙ:
— Бына ошо ир, — тип берәүһенә күрһәтте. Мәрйәм дә кисә үҙенең эргәһенән үтеп киткән ирҙе таныны. Шул саҡ полиция хеҙмәткәре:
— Һин бит был ҡыҙҙы ла осратҡанһың, нисек уға ла ҡулың күтәрелмәне?— тип һораны.
— Мин баҙнат итмәнем, уның бит уң-һул яғынан минән дә ҙурыраҡ ике ир-егет атлап бара ине, — тине.
Мин Аллаһы Тәғәләгә шөкөр итеп илап ебәрҙем. Полиция минән:
— Ниңә илайһың? — тигәс.
— Ысынын да минең менән бер кем дә юҡ ине. Аллаһы Тәғәләнең рәхмәте, хикмәте менән “Аятел көрси” доғаһын уҡығаным өсөн, Ул миңә ике һаҡсы ебәргән. Уға рәхмәтемде әйтеп илайым, — тип яуап ҡайтарҙым.
Пәйғәмбәребеҙ “Аятел көрси” тураһында : “Әгәр ҙә киске ваҡытта бер кеше, ысын күңелдән Аллаһы Тәғәләгә таянып, “Аятел көрси” доғаһын уҡыһа, ул иртәнге таңға ҡәҙәр уны һаҡлап тороусы ике фәрештә ебәрер”, — тип әйтә.
Роза Ғәббәсова,
“Ағинәйҙәр” ҡоро етәксеһе.
Тәүәкәс ауылы.
Читайте нас: