Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
8 Февраль 2021, 17:07

Ауыр енәйәттәрҙе булдырмау…

Архангел районында ғаилә-көнкүреш мөнәсәбәттәре өлкәһендә ауыр енәйәттәрҙе булдырмауға йүнәлтелгән профилактик саралар ойошторолдо.

Улар барышында шәхескә ҡаршы ауыр көнкүреш енәйәтенә юл ҡуймауға һәм иҫәптә торғандар өсөн кәрәкле профилактик эштәр уҙғарылды.
2015-2019 йылдарҙа республикала ғаилә-көнкүреш мөнәсәбәттәре өлкәһендә ауыр енәйәттәрҙе ҡылыу һаны йыл һайын кәмей килде. Әммә, 2020 йылдың 11 айының һөҙөмтәһе буйынса, республикала көнкүреш енәйәттәренең һаны ҡырҡа артҡан, уларҙың 70 проценты аңлы рәүештә һаулыҡҡа ауыр зыян килтереүҙе тәшкил итә. Ҡылынған енәйәттәрҙең төп факторы булып халыҡтың, шул иҫәптән йәштәрҙең күпләп алкоголь эсемлектәр менән мауығыуы булып тора.
Ғаилә-көнкүреш мөнәсәбәте өлкәһендәге башҡарылған енәйәттәрҙе тикшереү шуны күрһәтә: енәйәттәрҙең күпселеге “енәйәтсе” һәм “ҡорбандың” иҫерткес спиртлы эсемлектәрҙе бергәләп ҡулланғанда, ир менән ҡатын, йәки өйҙәштәр араһында ҡыҙғаныу хисе тоҡанғанда, әхлаҡһыҙ йәшәү рәүешен алып барғанда, туғандар, күршеләр, ир һәм ҡатын араһында ҡапыл ғына ҡупҡан янъял йәки оҙайлы бәхәс мәлендә тормошҡа аша.
Ғаилә эсендә көс ҡулланыу, йонсотоу факттарының байтағы ҡатын-ҡыҙ һәм балаларға ҡарата ойошторола. Билдәләнгән осорҙа ҡатын-ҡыҙға ҡарата — 2218, балиғ булмағандар — 68, өлкән йәштәгеләргә ҡарата 494 ошондай енәйәт ҡылынған.
Уҙғарылған профилактик сараларҙың төп маҡсаты: шәхескә ҡаршы ауыр көнкүреш енәйәттәренең башҡарылыуын, административ хоҡуҡ боҙоуҙарҙы асыҡлау эштәрен әүҙемләштереү; хоҡуҡ боҙоусыларға ыңғай тәьҫир итеү өсөн төрлө юлдар, шул иҫәптән административ яҡтан йоғонто яһауҙы, РФ КоАП-ың 6.1.1-енсе, 20.20-нсе, 20.21- енсе һәм БР КоАП-ың 13.5-се, 13.8-се статьяларын ҡулланыу; көнкүреш енәйәттәрен башҡарған, йәки енәйәт эшенә әҙер булғандарҙы үҙ ваҡытында иҫәпкә алыу; иҫәптә тороусылар менән сифатлы профилактик саралар үткәреү, ай һайын уларҙың йәшәгән йәки ваҡытлыса йәшәгән ерҙәренә барып тороу; эске эштәр органдарында иҫәптә тороусылар (административ күҙәтеү аҫтындағылар, иркенән мәхрүм ителмәүгә бәйле булмаған хөкөм ителеүселәр, ғаилә-көнкүреш мөнәсәбәттәре өлкәһендә хоҡуҡ боҙоусылар, алкоголизм, наркомания менән сирлеләр, имен булмаған ғаиләләр, профилактик иҫәптә булған балиғ булмағандар) менән системалы рәүештә профилактик әңгәмәләр уҙғарыу.
Айгөл Сәйғафарова,
административ күҙәтеү буйынса өлкән инспектор.
Читайте нас: