Инйәр
-4 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
18 Января 2021, 12:49
Ярамаған фотоһүрәт таратҡан
Архангел район прокуратураһы тарафынан 28 йәшлек Архангел районы гражданына ҡарата Интернет селтәрен ҡулланып, шәхестең шәхси тормошо тураһында мәғлүмәттәр һәм интим материалдарҙы таратҡаны өсөн енәйәти эш буйынса дәүләт ғәйепләүе хупланды.
Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡырмыҫҡалы район-ара суды хөкөмө менән ир РФ УК-ның 137-се статьяһының 1-се бүлеге (шәхси тормош именлеген боҙоу), РФ УК-ның 242-се статьяһының 3-сө бүлеге “б” пункты (мәғлүмәти-телекоммуникацион бәйләнештәрҙе ҡулланып, шул иҫәптән Интернет селтәрен, хоҡуҡһыҙ енси материалдарҙы таратыу) нигеҙендә ғәйепле тип танылды.
2019 йылдың август айында йәш кеше әхирәте менән үпкәләшә һәм кәмһетеү маҡсатынан “Бәйләнештә” социаль селтәренә әхирәтенең ҡатнашлығында кеҫә телефонына төшөрөлгән интим фотоһүрәттәрен, ошо уҡ характерҙағы видеояҙманы һала.
Хөкөм ителеүсе суд тикшереүе ваҡытында үҙенең ғәйебен тулыһынса таный.
Суд тарафынан РФ УК-ның 69-сы статьяһының 3-сө бүлеге нигеҙендә ғәйепләнеүсегә шартлы ике йыл һәм бер айға, һынап ҡарау срогы бер йылға, иркенән мәғрүм итергә тигән ҡарар сығарылды.
Алексей Ротков,
район прокуроры.
Читайте нас
MAX
telegram
вк
ок
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"