Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
18 Ғинуар 2021, 18:32

Тырыш һәм намыҫлы хеҙмәт итеүселәр

2020 йыл барыбыҙға ла һаулыҡтың, ғүмерҙең, яҡындарыбыҙҙың ҡәҙерен белергә, аҙға ғына туҡталып тороп, йәшәү мәғәнәһенә төшөнөргә форсат бирҙе.

Үкенесле лә, ҡыуаныслы ла, юғалтыулы ла, еңеүле лә булды ул. Төрлө һынауҙарҙы үтә-үтә, ауырлыҡтарға бирешмәй йыл аҙағына килеп еттек.
Мәғариф өлкәһендә лә быйыл еңелдән булманы. Тормош йылдам үҙгәрә, уның менән бергә йәмғиәт тә, мәктәп тә үҙгәрештәр кисерә. Ә уҡытыусы бер нимәгә ҡарамай лайыҡлы шәхес үҫтетергә тейеш. Үткән йыл күптәребеҙ уларҙың хеҙмәтенең ҡатмарлы һәм яуаплы икәненлегенә ныҡлап төшөндө. Ҡыҫҡаһы, нимә генә булмаһын, мәғариф системаһының төп маҡсаттарының береһе — сифатлы белем һәм тәрбиә биреү булып ҡала.
Районыбыҙҙың белем һәм тәрбиә биреү учреждениеларында һәләтле, тырыш, ғәҙел һәм намыҫлы уҡытыусыларыбыҙ, тәрбиәселәребеҙ көс түгә. Ҡыйынлыҡтарға бирешмәй, изге бурыстарын юғары кимәлдә үтәгән уҡытыусылар Яңы йыл байрамы алдынан район хакимиәте башлығы Илшат Әминев тарафынан билдәләнде.
Үҫеп килгән быуынға тәрбиә һәм белем биреү өлкәһендә өлгәшелгән уңыштары өсөн “РФ-ның Почетлы мәғариф хеҙмәткәре” күкрәк билдәһе менән 2-се Архангел мәктәбенең математика уҡытыусыһы Надежда Юрьевна Тимакова, 1-се Архангел мәктәбенең география уҡытыусыһы Татьяна Зиновьевна Рыжикова бүләкләнде.
Мәғариф өлкәһендә намыҫлы хеҙмәте, өлгәшкән уңыштары өсөн РФ-ның Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы Тирәкле мәктәбенең география уҡытыусыһы Римма Борис ҡыҙы Хәсәноваға, мәғариф бүлегенең методик бүлмә мөдире Лилиә Тәлғәт ҡыҙы Сәйғафароваға тапшырылды.
Үҫеп килгән быуынға тәрбиә һәм белем биреү өлкәһендә өлгәшелгән уңыштары өсөн “БР-ҙың мәғариф отличнигы” күкрәк билдәһенә 1-се Архангел мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Марина Ивановна Колоярцева, БР мәғариф системаһында оҙайлы һәм намыҫлы хеҙмәттәре өсөн БР Мәғариф һәм фән министрлығы Почет грамотаһына Тирәкле мәктәбе директоры Эльвира Сәйфетдин ҡыҙы Хәсәнова, Максим Горький мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Резеда Зиннәт ҡыҙы Голонза һәм “Тирмәкәй” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Елена Саломовна Жаворонкова лайыҡ булды.
Дилара Бәҙретдинова.
Ирина Куркова фотоһы.
Читайте нас: