Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
18 Ғинуар 2021, 18:39

Телебеҙҙең бәҫе күтәрелде

Үткән йыл республикала Башҡорт теле йылы исеме аҫтында уҙҙы.

Шул айҡанлы туған телебеҙгә арналған төрлө сағыу саралар уҙғарылды. Был әһәмиәтле йыл башҡорт теленә, әҙәбиәтенә, халҡыбыҙ тарихына, ауыҙ-тел ижадына хөрмәт, һаҡсыл ҡараш, ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү, йәш һәләттәрҙе асыҡлау, киң ҡатлам уҡыусыларҙы нәфис һүҙгә ылыҡтырыу, халҡыбыҙҙың изге мираҫын — телебеҙҙе пропагандалау һәм үҫтереү маҡсаттарында ойошторолдо.
Зәйет мәктәбе уҡытыусылары һәм уҡыусылары ла Башҡорт теле йылында ҙур әүҙемлек күрһәтте. Башта уҡ бай йөкмәткеле программа төҙөлдө, һәр уҡытыусы балаларға ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс байрамдар, бәйгеләр, иртәлектәр әҙерләне. Мәктәп, район эсендәге конкурстарҙан тыш, беҙҙең тәрбиәләнеүселәребеҙ республика ярыштарында ла ҡатнашып, еңеү яуларға өлгәште. Мәҫәлән, Хәмзина Сәриә исемле уҡыусыбыҙ “Йәнле һүҙ — 2020” VI Республика ижади эштәр конкурсында “Әкиәт” номинацияһында 1-се урынға лайыҡ булды.
Йыл аҙағында ошо юлдар авторы менән башланғыс кластар уҡытыусыһы Илүзә Усман ҡыҙы Ғафарова күркәм датаны йомғаҡлап, балалар менән кисә ойошторҙо. Унда һәр кем туған тел тураһында үҙ фекерен әйтте, яратҡан әҫәрҙәре, яҙыусылары тураһында һөйләп ишеттерҙе, уйындар уйнап, күңел асты. Шулай итеп, Башҡорт теле йылында телебеҙҙең бәҫе күтәрелде һәм күңелдәрҙә яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Сәкинә Рамазанова, китапханасы.
Читайте нас: