Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
18 Ғинуар 2021, 16:35

Республика Башлығынан бүләк

Яңы йыл — барыбыҙҙың да яратҡан байрамы.

Ул һәр кем өсөн оло өмөттәр бағлап, уҙған йылда башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһау, киләсәккә ышаныс биргән тылсымлы, иң яратҡан, күңел йылыһы өләшкән мәл.
— Мәғариф өлкәһендә лә йыл аҙағында ирешелгән маҡсаттарға, эштәргә йомғаҡ яһала. 2020 йыл барыбыҙ өсөн дә бик үҙенсәлекле булды. Уҡыусыларға, уҡытыусыларға һәм ата-әсәләргә лә ҡатмарлы һынауҙар аша үтергә тура килде. Ойошҡанлыҡ, аңлашыусанлыҡ һәм сабырлыҡ нигеҙендә йылды уңышлы тамамланыҡ тиһәк тә була, — тине район мәғариф бүлеге начальнигы Лилиә Сәйғафарова.
Район мәктәптәрендә һәләтле, тырыш, алдынғы ҡарашлы балаларҙың күп булыуы, уларҙың яңы асыштарға ынтылыуы ҡыуандыра. Яңы йыл байрамы алдынан Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ундайҙарҙың иң-иңдәренә баш ҡаланан бүләктәр ебәрҙе. Район хакимиәте башлығы Илшат Әминев уҡыу алдынғылары, төрлө олимпиада, конкурстар, спорт ярыштары еңеүселәренә Радий Хәбиров һәм үҙе исеменән балаларҙы байрам менән ҡотлап, бүләктәрҙе тапшырҙы. Ильяна Бәҙретдинова (1-се Архангел мәктәбе), Сәриә Хәмзина (Зәйет), Вадим Әхтәрйәнов ( Оҙондар) һәм Никита Гибет ( Максим Горький) ошо бәхеткә лайыҡ булды.
Дилара Бәҙретдинова.
Ирина Куркова фотоһы.
Читайте нас: