Инйәр
+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
18 Ғинуар 2021, 17:25

Һоҡланғыс ҡар һындары

Ҡар — һәүәҫкәр скульпторҙар өсөн бик шәп материал.

Йыл һайын Яңы йыл алдынан ауыл биләмәләре араһында ойошторолған конкурс эштәрен ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел. Шундай оҫта итеп ишек алдарына, майҙандарҙа төрлө һындар яһап ҡуялар, ысын тип уйларлыҡ. Һоҡланғыс ҡар һындары!
Быйыл да ҡар яуыу менән һындарҙы әүәләү оҫталары “төҙөлөш материалдарын” хәстәрләп, Яңы йыл символдарын эшләй башланы. Миҙгел башында ҡар бик аҙ яуҙы, әле лә әллә ни күп түгел. Шуға ҡарамаҫтан, улар тирә-яҡтан ҡар, боҙ ташып, ижад емештәрен ваҡытында тамамлап өлгөрҙө. Районыбыҙҙың һәр белем һәм тәрбиә биреү учреждениелары, ауыл хакимиәттәре, мәҙәниәт йорттары һәм башҡа ойошмаларҙың биналары алдында әкиәт донъяһы барлыҡҡа килде. Халыҡ араһында нисәмә йылдар ошоноң менән шөғөлләнгән һәләтле оҫталар ҙа билдәләнә башланы. Ундайҙарҙың береһе Горный ауылынан Азамат Бәширов. Азамат Әнүәр улы байтаҡтан бирле урындағы мәҙәниәт йортон етәкләй. Сәнғәткә ғашиҡ Бәшировтар ғаиләһе менән барлыҡ мәҙәни сараларҙа, бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнаша, ауыл халҡын берләштереп төрлө концерттар, спорт ярыштарын ойоштора. Ҡыҫҡаһы, Азаматтың тормош иптәше Елена ла, балалары ла уға ныҡ ярҙам итә.
Ҡар һындарын әүәләү буйынса бәйге иғлан ителгәнгә тиклем үк Азамат ҡарҙан Ҡыш бабай, Ҡарһылыу һәм башҡаларҙы эшләй ине. Ә хәҙер бигерәк дәртләнеп китте, ярышта ҙур ихласлыҡ күрһәтә ул.
Быйыл да оло улдары Максим Өфөнән ғаиләһе менән ялға ҡайтҡан арала билдәләнгән урынға ҡар өйөп, ҡатырып, атаһы менән уларҙың һынын бысышып китте. Ҡыҙҙары Алена, Юлия һәм Вилена ла ситтә ҡалманы. Бәшировтарҙың ейәнсәрҙәре лә башҡа ауыл балалары менән олаталары эшләгән мөғжизәгә эй шатланды. Ҡарҙан, боҙҙан тыуҙырған мөғжизәгә һоҡланмаған кеше ҡалманы.
— Маҡсат, маҡтаныу түгел, ә ауылдаштарыма, бигерәк тә балаларға Яңы йыл мөғжизәһен, байрам кәйефен бүләк итеү, — ти үҙ эшенән ҡәнәғәтлек тапҡан Азамат.
Дилара Бәҙретдинова.
Фото — ғаилә архивынан.
Читайте нас: