Конкурсҡа төрлө ижади йүнәлештәге 37 эш (һүрәт, акварель, пластилинография, ҡул эштәре), уҡыусыларҙың видеояҙмалары: яңғыҙ һәм коллектив фольклор бейеүҙәр, йолалар, халыҡ уйындары, әйлән-бәйләндәр) тәҡдим ителде. Баһалама комиссияһы уларҙың һәр береһен бар талаптар буйынса тикшереп ғәҙел баһа бирҙе. Һөҙөмтәлә, “Пластилинография” номинацияһында 1-се урын Желтов Романға (“Әкиәт” балалар баҡсаһы, етәксеһе А.О.Баранова), 2-се — Киселев Романға (“Әкиәт” балалар баҡсаһы, етәксеһе А.О.Баранова), ә “Акварель” номинацияһында беренселек Фәйзуллина Элизаға (“Әкиәт” балалар баҡсаһы, етәксеһе А.К.Хәсәнова), 2-се — Чурагулова Мелинаға (“Әкиәт” балалар баҡсаһы,етәксеһе Э.И.Чурагулова), 3-сө урын Камалетдинов Юлайға (“Әкиәт” балалар баҡсаһы, етәксеһе М.Ю.Рацен) бирелде.
“Ҡәләм” номинацияһында 1-се урынға Хисмәтуллина Айзилә (“Әкиәт” балалар баҡсаһы, етәксеһе Э.И.Чурагулова), 2-се — Абдуллина Эллари (“Әкиәт” балалар баҡсаһы, етәксеһе М.Ю.Рацен), 3-сө урындарға Изиланов Артем (“Әкиәт” балалар баҡсаһы, етәксеһе А.О.Баранова) һәм Сидроенко Азалия (“Әкиәт” балалар баҡсаһы, етәксеһе М.Ю.Рацен) лайыҡ булды.
“Планетала тыныслыҡ” номинацияһында 1 — 4-се кластар араһынды 2-се урын — Баранова Мария һәм 3-сөнө — Баранов Иванға (2-се Архангел мәктәбе, етәксеһеләре С.В.Пискунова) тәтәһә, 5 — 9-сы кластар буйынса Абдрахманов Эмиль (Благовещенка, Р.Р.Рамазанова) беренселекте яуланы, 2-сегә — Медведев Николай (Ҡыҙыл Еҙем, Д.А.Артюшкина), 3-сө урынға Ҡыҫынды мәктәбенең 5-се класс уҡыусыларының коллективы (Ҡыҫынды, А.Р.Абдуллина) сыҡты.
“Фольклор бейеү” номинацияһында 1-се урынды Хәсәнов Иҙел, 2-сене — Хәсәнова Айлина (1-се Архангел мәктәбе, етәкселәре А.З.Япарова), 3-сө урынды Ҡыҫынды мәктәбенең “Ынйылар” бейеү төркөмө (Ҡыҫынды, А.Р.Абдуллина) яуланы.
“Йолалар, уйындар, әйлән-бәйләндәр” номинацияһында шулай уҡ Ҡыҫынды мәктәбенең “Ынйылар” бейеү төркөмө (Ҡыҫынды, Р.Ф.Ғәйсәрова) билдәләнде.
Район мәғариф бүлеге 2020-2021 уҡыу йылының эш планына ярашлы Башҡорт теле йылы сиктәрендә иң һәләтле, оҫта, алдынғы педагогик тәжрибәле, ижади эшмәкәрлек иткән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларын билдәләү маҡсатынан “Педагогик оҫталыҡ мәктәбе” тип аталған конкурс уҙғарҙы. Шулай итеп, “Туған тел өйрәнгәндә иң яҡшы уҡытыу тәжрибәһе һәм методикаһы” номинацияһында иң яҡшы дәрес тип 1-се Архангел мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айгөл Япарованың дәресе табылды. Ошо уҡ номинацияла иң яҡшы проект эше Тирәкле мәктәбенән Әлмира Баһауетдинованыҡы булды.
район мәғариф бүлеге начальнигы.