Инйәр
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
18 Ғинуар 2021, 17:34

Кәрәкле бүләк

Бөгөн һәр ауыл биләмәһе халҡының ватсапта үҙҙәренең төркөмөн асыуҙары бер кемгә лә сер түгел.

Бында кешеләр борсоған мәсьәләләр, эшләнәсәк эштәр һәм башҡа көнкүреш һорауҙары тураһында яҙалар, уларҙы ыңғай хәл итеү юлдарын эҙләйҙәр, кәңәштәр бирәләр, хатта бәхәсләшеп тә алалар.
Максим Горький ауылында ла ошондай төркөм бар. Яңыраҡ кемдер урындағы фельдшер-акушерлыҡ пунктына пульсоксиметр алып биреү хаҡында яҙҙы. Был хәбәрҙе күпселек тиҙ арала күтәреп алды.
Пульсоксиметр – ҡан сатурацияһын үлсәй торған прибор. Тәнде тишеү талап ителмәй. Ул бармаҡҡа кейҙерелә, махсус инфраҡыҙыл светодиод ҡан һәм йомшаҡ туҡымалар аша яҡтылыҡ үткәрә, шуның һөҙөмтәһендә сатурацияны билдәләргә ярҙам итә.
Ә сатурация ҡандың кислород менән туйыныу кимәлен күрһәтә. Кислородтың йөрөшө өсөн эритроциттарҙағы гемоглобин яуап бирә. Тимәк, сатурация юғарыраҡ булған һайын кеше ҡанында кислород та күберәк һәм ул туҡымаларға йәһәтерәк илтеп еткерелә.
Govid-19 сире менән ауырығанда әгәр үпкәлә газ алмашыу боҙолһа (коронавирус инфекцияһында йыш күҙәтелә), ҡанға тейешле кимәлдә кислород барып етмәй. Ә ул организмдың бөтә туҡымаларына ла яҡшы эшләү өсөн кәрәк. Ауырыуҙы компьютер томографияһы тикшеренеүенә ебәреү тураһында ҡарар сығарыр алдынан пациенттың сәләмәтлек торошон NEWS шкалаһы буйынса баһалана. Сатурацияның нормалағы кимәле – 94-96 процент, 99-100-гә етеүе лә ихтимал. Уның түбәнлеге (ҡанда кислородтың аҙлығы) гипоксия тип атала.
Әйткәндәй, пульсоксиметрҙы хәҙер дауаханаларҙа, медицина техникаһы магазиндарында һатып алырға һәм үҙаллы файҙаланырға мөмкин. Ябай аптекаларҙа уның хаҡы биш меңдән ашыу. Ауылдаштар “ФАП-ҡа Яңы йыл бүләге” тип аталған акцияла бик әүҙем ҡатнашты. Кәрәкле күләмдәге аҡсаны йыйып, пульсоксиметр, шулай уҡ контактһыҙ термометр һәм жгут һатып алынды һәм Яңы йыл байрамы алдынан бүләк урынына еткерелде.
Ауылдағы ошондай төркөмдәрҙең изге маҡсатта эшмәкәрлек итеүе, халыҡтың берҙәмлеге ҡыуаныслы хәл.
Гөлгөнә Хисмәтуллина,
Максим Горький фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры.
Читайте нас: